Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Март , 12:00

Разведчиктан – операторлыҡҡа

"Дамир ағайымдың  Запорожье йүнәлешендә һәләк булыуы икеләнергә урын ҡалдырманы, доброволец булып киттем..."

Разведчиктан – операторлыҡҡа
Разведчиктан – операторлыҡҡа

Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары сигендә урынлашҡан Серебрянск урман хужалығының биләмәһе өсөн һуғыш 2022 йылдың көҙөнән 2025 йылдың сентябренә  тиклем дауам итә. Бер быуатлыҡ ҡарағайҙар үҫкән ерҙә өс йылға яҡын һуғыш бара. Бында ауыр техниканы ҡулланып булмай тиерлек, уның ҡарауы дрондар себен кеүек оса. Нисек кенә ҡыйын булмаһын ,“Запад” төркөмө штурмлаусылары  дошман ҡаршылығын еңеп алға ынтыла. “Штурмлаусыларҙың алғы позицияла барыуын бөтәһе лә белә, тик уларға юлды разведчиктар таҙартыуын белеүселәр аҙ”, ти яҡташыбыҙ, “Малой” позывнойлы яугир.

– Махсус хәрби операция зонаһына доброволец булып китеү теләге ҡапыл ғына тыуманы. Уйлап йөрөнөм. Дамир ағайымдың  Запорожье йүнәлешендә һәләк булыуы икеләнергә урын ҡалдырманы. Хәрби әҙерлек үттем. “Разведчик булырға теләүселәр бер аҙым алға!”– тигәстәре, иптәшем менән  икәү алға сығып баҫтыҡ. Йылдан ашыу ваҡытта байтаҡ хәрби тәжрибә тупланды, –  ти ҡыйыу яугир.

– Яраланырға ла, наградалар алырға ла өлгөргәнһегеҙ. Хеҙмәт иткән взводығыҙ батальонға тиклем үҫешкән.  Нисек пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып киттегеҙ?  Был яңы хәрби һөнәрҙе үҙләштереү  өсөн ниндәй сифаттарға эйә булыу кәрәк?

– Иң тәжрибәле яугирҙәрҙе пилотһыҙ осоу аппараттары операторлығына   һайлап алдылар. Мин дә ошо ағымға эләктем.

–  Яңы профессияны өйрәнеүе ауыр булдымы?

–Юҡ, ауыр булманы. Симуляторҙарҙа  монитор экраны артында өйрәндек, практика үттек. Хәҙер мин пилотһыҙ  осоу аппараттары инструкторы булып хеҙмәт итәм. Егеттәрҙе үҙем өйрәтәм, хәрби күнекмәләрҙе тапшырырға тырышам.

  Һин элекке разведчик. Моғайын, бында ла разведкалыҡ иткән дрондар менән эш итергә тура киләлер?

– Юҡ. Беҙҙең төп техника – камикадзе-дрондар.

–Һинең иҫәптә күпме дошман техникаһы?

–Иҫәпләмәнем. Нигеҙҙә – автомобилдәр. Украина ҡораллы көстәре полковнигы ултырған БМП-ны уңышлы юҡ иттек. Бер танк та булды, тик уны башҡа операторға яҙҙылар.

–Танк – автомобиль түгел, уның броняһы ғына ниндәй ныҡ! Бер бәләкәй генә дрон  әллә нисә тонналы ҡорос танкты  нисек юҡҡа сығара ала?

– Ҡайҙа бәрергә кәрәклеген белергә кәрәк. Иң яҡшыһы – бакка йәки башня аҫтына.

– Хәрби хеҙмәт буйынса ниндәй пландарығыҙ бар?

–Йәштәрҙе пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итергә өйрәтеүҙе дауам итәсәкмен.  Беҙ үҙебеҙҙең пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары мәктәбен астыҡ, йәш яугирҙәр менән уртаҡлашаһы тәжрибәбеҙ етерлек, – тине яугир “Малой”.

 Яҡташыбыҙға хәрби хеҙмәтендә  уңыштар, сабырлыҡ теләйбеҙ!

Телеграм каналында “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең  Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.

Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында  баш.бат.рф. сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында  мәғлүмәт менән тулыландырылды.  Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.

Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт  төҙөй ала.

 Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның  ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән  башҡа белгеслеккә  йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай

Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.

Бынсан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.

 Фото: шәхси архивтан.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас