1-се каналда барған тапшырыуға махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ташыған һылыуҙарҙы саҡыралар. Илдең төрлө төбәктәренән килгән өс кәләш араһында 31 йәшлек Мәләүез һылыуҡайы Полина Назарова ла була. Гүзәл заттар үҙҙәренең ирекмәнлек эше менән таныштыра.
“Яугирҙәр менән бергә хеҙмәт иткән “Балбес” ҡушаматлы эт тураһында видеороликты улым менән бергәләп ҡарағайныҡ. Дошман дроны атакалағанда яугирҙәрҙе һаҡлап, “Балбес”тың һәләк булыуын күргәс, 8 йәшлек улым ныҡ иланы һәм ҙурайғас үҙенең дә ил һаҡсыһы буласағын әйтте. Икенсе көнөнә аптекаға сығып дарыуҙар һатып алдыҡ һәм “Хәрби туғанлыҡ” Мәләүез ирекмәндәре ойошмаһы аша госпиталгә ебәрҙек. Былтыр апрель айында дуҫым яуҙа һәләк булды”, - тип һөйләй Полина. Шул юғалтыуҙан дуҫы иҫтәлегенә ул “Братское сердце” ирекмәндәр төркөмөн булдыра. Яугирҙәр менән дуҫына һәйкәл ҡуйырға матди ярҙам йыйып тапшыралар. Республика гуманитар конвойы менән маскировка селтәрҙәре, генератор, медикаменттар, аҙыҡ-түлек алып барышҡан.
Дуҫы ижад иткән “Госпиталь палатаһы” шиғырын һөйләүе, рәссамдар Анастасия һәм Георгий Бегманың “Балбес” тураһында картиналар төшөрөүе телетапшырыуҙы алып барған Лариса Гузееваны менән Роза Сабитованы ла, тамашасыларҙы ла тулҡынландырмай ҡалмаған.
Полина димсе ханымдарға башҡорт балы һәм Башҡортостан туғайҙарынан йыйып киптерелгән дарыу үләндәре тапшырған.
“Кәләш һайларға махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан “Салах” позывнойлы кейәү бөгөн алғы һыҙыҡта, уның менән аралашабыҙ. Имен ҡайтасаҡмын, тип вәғәҙә бирҙе”, - ти Полина.