“Беҙ бөгөн ауылдашыбыҙ, Ҡариҙел районының Зуевка ауылы егете, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы С. Дульцев менән осраштыҡ, – тип яҙа яугирҙең яҡташтары. – Хәрби бурысын үтәгәндә ул яраланған, әле дауалана, реабилитацияла.
Осрашыу йөкмәткеле булды, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ниндәй ярҙам кәрәклеген һораштыҡ.
Яҡташыбыҙ 2023 йылдың ноябрендә үҙ ирке менән контракт төҙөй һәм яраланғанға тиклем Красно-Лиманск йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй.
Уның төп бурысы – штурмлау төркөмдәренә ярҙам итеү, дошмандың терәк пункттарын юҡ итеү, шулай уҡ штурмлаусыларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү. Уға йыш ҡына ҙур ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килә, иптәштәренең ярҙамсыллығы, ҡыйыулығы һөҙөмтәһендә иң ауыр хәлдәрҙән дә сыға алған. Яугирҙең патриотизмы Ватанды һаҡлағанда ғына түгел, яҡындары тураһында хәстәрлек күреүҙә лә сағыла. Ғаиләһе өсөн ваҡыт таба, хәстәрлек күрә, өйөндә ярҙамсыл ул, тоғро атай һәм ир. Яҡташыбыҙ фиҙакәрлеге, батырлығы өсөн Жуков миҙалы, IV дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған. Шундай батыр Ватан һаҡсыһы менән нисек ғорурланмайһың! Ул беҙҙең өсөн илһөйәрлек өлгөһө! Яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, тиҙерәк төҙәлеп аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ".
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото:”Караидельская газета”.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!