Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Март , 15:00

Яугир менән осрашыу оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласаҡ

Стәрлетамаҡ районының Түрешле ауылында уҡытыусылар һәм уҡыусылар үҙҙәрендә белем алған, әле махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан “Мордвин” позывнойлы яугир менән осрашты

Яугир менән осрашыу оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласаҡ
Яугир менән осрашыу оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласаҡ

Стәрлетамаҡ районының Түрешле ауылында уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡасандыр үҙҙәрендә белем алған, әле махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан “Мордвин” позывнойлы яугир менән осрашты.

“Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған яугир “Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” наградаһына ла тәҡдим ителгән. “Мордвин”  үҙенең ҡыҫҡа ғына ваҡытлы ялында туған мәктәбен барып күрергә форсат тапҡан. Осрашыу асыҡ һөйләшеү рәүешендә үтте, тип хәбәр итте Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Ҡунаҡ һалдаттар араһындағы дуҫлыҡтың мөһимлеге, физик әҙерлектең кәрәклеге, хәрби көндәр, хеҙмәт спецификаһы һәм Рәсәй һалдатының һынмаҫ рухи тураһында һөйләгән. Йәштәр ҡунаҡҡа һорауҙар биргән, уларҙы бөтәһе лә ҡыҙыҡһындырған: һалдат көнкүреше, фронт дуҫтарының ҡиммәте, яугирҙәрҙең физик әҙерлеге. Ул асыҡ яуап биргән. Балалар уны ҙур иғтибар менән тыңлаған.

Сара аҙағында яҡтар иҫтәлекле бүләктәр менән алмашҡан. Яугир-штурмлаусы туған мәктәбенә Һауа-десант ғәскәрҙәренең шевронын бүләк иткән. Ә мәктәп хакимиәте һәм уҡыусылар үҙ сиратында иҫән ҡалыу браслетын һәм Стәрлетамаҡ районы тарихы китабын тапшырған.
Ошондай осрашыуҙар үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, уларға ҡаһарманлыҡ һәм Тыуған илгә тоғролоҡ миҫалын күрһәтә.

Сығанаҡ, фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас