Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ике аҙналыҡ ялға ҡайтарыла. Күптән түгел Хәйбулла районы хакимиәтендә ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан "Колхоз" позывнойлы яугир менән осрашыу үткән. Был хаҡта район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
“Ике йыл буйына хәрби операция зонаһында “Колхоз” позывнойлы яугир хеҙмәт итә. Отпуск ваҡытында ул, тәьҫораттары менән бүлешергә тип, беҙгә килергә ваҡыт тапты. Хеҙмәттең бөтә һынауҙарын кисереп сығырға ярҙам иткән сифаттары - төплөлөгө, тотанаҡлығы һәм иплелеге-тыныслығы һоҡландыра.
Өйҙә уны ауыр мәлдәрҙә ышаныслы терәк булған ғаиләһе көтә. Яугир үҙенең көндәлек тормошо тураһында һөйләне. Яҡындары янында ял итеү уның өсөн уңышлы булһын һәм көс бүләк итһен.
Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм “Колхоз”ға еңел хеҙмәт һәм тиҙерәк өйгә ҡайтыуын теләйбеҙ!“ - тип яҙған Рөстәм Динислам улы үҙенең сәхифәһендә.
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!