Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Март , 19:35

Яугир үҙ эшен асты

Махсус хәрби операция ветераны менән тәүге социаль контракт төҙөлдө.

Яугир  үҙ эшен асты
Яугир үҙ эшен асты

Башҡортостанда махсус хәрби операция ветераны менән тәүге социаль контракт төҙөлдө.

Благовещен ҡалаһында йәшәгән яугир Илдар Хафизов тыуған яғына ҡайтыу менән төҙөлөш материалдары етештереү буйынса фирма асты. Был идеяны ул “Ғаилә” милли проекты ярҙамында социаль контракт төҙөү һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырҙы. Ошо йылдан алып бизнес менән шөғөлләнергә уйлаған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар килемдәре тураһында белешмә килтермәйәсәк.

–Үҙ эшен асырға йәки бизнесын киңәйтергә уйлаған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән социаль контракт төҙөгәндә йән башына тура килгән килем иҫәпкә алынмай – был программаның ҡалған бөтә сараларында ҡатнашыу өсөн мотлаҡ шарт. Быйыл бындай ярҙамдан ике йөҙ тирәһе яугиребеҙ файҙаланасаҡ, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

МХО-ла ҡатнашыусы контракт төҙөү өсөн хеҙмәттән бушатылырға һәм “Работа России” кадрҙар үҙәгендә эш эҙләүсе сифатында торорға тейеш.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас