Яҡташабыҙ Евгений Яковлев – "Башҡортостан" полкының матди тәьминәт ротаһының автомобиль взводы бүлексәһе командиры.
Кесе сержант Яковлев һәм уның отделениеһы теләһә ниндәй шарттарҙа хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй. Хәрби һәм сәйәси әҙерлек отличнигы Евгений Яковлев үҙ теләге менән штурмлау хәрәкәттәрендә ҡатнаша, үҙен ҡыйыу һәм тәүәккәл хәрби хеҙмәткәр булараҡ күрһәтә.
Батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Евгений Яковлев II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Башҡортостан – геройҙар ваҡыты!
Сығанаҡ һәм фото: "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы.