Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илшат Әлимғужинға яңыраҡ ҡул менән идара ителеүсе В категорияһындағы транспорт саралары водителдәренең квалификацияһын күтәреү программаһы буйынса уҡыу үтергә сертификат тапшырылды. “Лимузин” позывнойлы яугирҙең тормошондағы ыңғай яңылыҡтарҙы күреп, беҙ ҙә шатландыҡ, тип яҙа “Путь Октября” гәзите. Махсус хәрби операция ветеранын торлаҡты яраҡлаштырыу буйынса “Ватанды яҡлаусылар” фонды программаһына индергәндәр. Илшат Салауат улының йортонда махсуслаштырылған кухня йыһаздары, төрлө датчиктар урынлаштырылған. ”Аҡыллы йорт” үҙәге барыһына идара итә, робот-саң һурҙырғыс эшләй. Компьютер артында махсус эш урыны бар.
Социаль координатор ярҙамында уға кресло-коляска алынған, торлаҡты яраҡлаштырыу буйынса эштәр башҡарылған, адаптив кейем алыуға заявка бирелгән. ”Работа России” кадрҙар үҙәгенең Мәләүез районы буйынса директоры Юлия Мырҙабулатова әйтеүенсә, яугирҙе социализациялауҙың киләһе этабында уны хеҙмәткә урынлаштырасаҡтар, яраҡлы вакансия табылған да инде.
Ветерандың бөтә теләктәре тормошҡа ашыуына икеләнмәйбеҙ, сөнки уның маҡсаты ҙур – Индира һәм Илүзә тигән ҡыҙҙарын лайыҡлы үҫтерергә һәм аяҡҡа баҫтырырға кәрәк.
Ә. Имамова фотоһы.