“Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды махсус хәрби операция ветерандарына белем алыуҙа һәм эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итә. Ошондай мәғариф проекттарының береһе – Алыҫ Көнсығыш һәм Арктика “Муравьев-Амурский-2030” институттары үҫешенә һәм дәүләт хеҙмәтенә кадрҙар әҙерләү буйынса программа. Унда махсус хәрби операция ветерандары ҡатнаша ала.
Программа тыныс тормошта илебеҙгә хеҙмәт итеү һәм Рәсәй төбәктәре үҫешенә өлөш индереү мөмкинлеген бирә. Программаның бишенсе ағымына ғаризалар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Унда 21-ҙән 35 йәшкә тиклемге, юғары белемле һәм эш тәжрибәһе ике йылдан кәм булмаған граждандар ғына ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Конкурс буйынса һайлап алынып финалға сыҡҡан 65 кешегә бер йыл буйына белем алыу, шулай уҡ реаль тармаҡ проекттарында ҡатнашыу, муниципаль, төбәк һәм дәүләт кимәлендә стажировка үтеү, дәүләт идара итеү өлкәһенә эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә.
Әлегә тиклем фондҡа эшкә урынлашыу мәсьәләләре менән 22 мең ветеран мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 53 проценты фонд һәм партнерҙар ярҙамында яңы эшкә урынлашҡан. 13 меңдән ашыу герой, уларҙың ғаилә ағзалары уҡыуҙа һәм ҡайтанан белем алыуҙа ярҙам һораған. 8,8 меңдән ашыуы уҡыуға йүнәлтелгән.
Медицина реабилитациялауы – хәрби хеҙмәттән бушатылғандарҙың тыныс тормошҡа ҡайтыуында мөһим өлөш. Былтыр тотош Рәсәй буйынса - 25 мең, Башҡортостан буйынса 900 МХО ветераны реабилитациялауға йүнәлтелгән. Ил һаҡсыларының һаулығын тергеҙеүҙә санаторий-курорттарҙа дауалау мөһим урын алып тора. Рәсәй буйынса – 20 меңдән ашыу, Башҡортостан буйынса 900-ҙән ашыу кеше ошонда дауаланған, шул иҫәптән реабилитацияланған.
“Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан буйынса филиалы вәкилдәре һуғыш ветерандары госпиталдәрендә дауаланған һәм һаулығын нығытҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән йыш осраша. “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина уларҙы фонд тарафынан күрһәтелгән ярҙам саралары менән таныштыра. Яугирҙәрҙең үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреү һәм уларға яуап алып мөмкинлектәре булдырыла: Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге белгестәре, филиал фонды юристары, медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса белгестәр ярҙам итә.
Әйткәндәй, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә кәрәкле реабилитация саралары биреүен һәм ошо йәһәттән махсус хәрби операция ветерандарына ярҙамды киңәйтеүен дауам итә. Мәҫәлән, адаптив кейем 2025 йылдың апрелендә фондтың попечителдәр советы ҡарары буйынса ярҙам программаһына индерелгән.
Иң мөһиме – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Махсус әҙерләнгән моделдәр, һәр ветерандың шәхси үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп, көндәлек бурыстарҙы тиҙ башҡарырға булышлыҡ итә.
Сығанаҡ, фото: “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан буйынса филиалы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!