Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Март , 09:00

МХО ветеранына операция яһағандар

"Баштараҡ көҙгөләге сағылышымды күреп, үҙем дә ҡурҡа торғайным. Әле ике операциянан һуң бит-йөҙөм ныҡ үҙгәрҙе, матурланды. Бының өсөн табиптарға һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондына ҙур рәхмәт!" – ти яугир Вячеслав Андреев. 

МХО ветеранына операция яһағандар
МХО ветеранына операция яһағандар

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды махсус хәрби операцияла төрлө йәрәхәттәр алған яугирҙәргә медицина ярҙамы күрһәтеү, уларҙы реабилитациялау йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып бара. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан МХО ветераны Вячеслав Андреевҡа 2025 йылдың декабрендә Өфөлә пластик операция яһағандар, ә ошо көндәрҙә уға икенсе тапҡыр бит-йөҙҙө тергеҙеү буйынса әмәлиәт уңышлы үткән. 

Операция Өфө клиникаларының береһендә яһалған. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы уның менән 2025 йылдың көҙөндә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Был клиника Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын уңайлы һәм сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, реабилитациялау буйынса хеҙмәттәшлек итеүсе 73 медицина учреждениеһы исемлегенә ингән.

Яугир Вячеслав Андреев тәүҙә артиллерияла, артабан йәйәүле ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. 2024 йылдың майында, хәрби заданиены үтәү барышында, ул ауыр яралана – эргәһендә дрон шартлай. Табиптар егеттең ғүмерен ҡотҡара, әммә уның битендә күп һанлы яра эҙҙәре ҡала.

– Баштараҡ көҙгөләге сағылышымды күреп, үҙем дә ҡурҡа торғайным. Әле ике операциянан һуң бит-йөҙөм ныҡ үҙгәрҙе, матурланды. Бының өсөн табиптарға һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондына ҙур рәхмәт! – ти яугир.

Вячеславтағы үҙгәрештәрҙе күреп, табиптар ҙа ҡәнәғәт. “Киләсәктә лә фонд менән берлектә эшләргә, яугирҙәргә тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтырға ярҙам итәсәкбеҙ”, – ти табип Артур Гасаев.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы эш башлағандан алып, унда өс меңдән ашыу яугир медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, мең ярым самаһы хәрби психолог ярҙамы алған, 900 ветеран комплекслы реабилитация үткән. “Партнерҙарыбыҙ менән шулай килештек: улар айына бер тапҡыр әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған һәм бит-йөҙөнә операция талап ителгән МХО ветерандарына ошондай хеҙмәт күрһәтәсәк һәм был әмәлиәт тулыһынса бушлай башҡарыласаҡ”, – тип аңлатма бирҙе “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас