Студенттар автомобилде тулыһынса ремонтлап, уны алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн әҙерләне
Бәләбәй механизация һәм электрификация колледжы студенттары Халыҡ фронты менән берлектә махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн иҫке автомобилде тергеҙергә һәм яугирҙәргә оҙатырға ҡарар итте. Яңыртылған машина хәҙер икенсе йәшлеген кисерә, ул хәрби бурыстарҙы үтәргә әҙер.
“Бөтәһе лә еңеү өсөн!” төбәк ойошмаһы ярҙамында кәрәкле материалдар һәм запас часть алына. Бөтә ремонт эштәрен колледж студенттары – буласаҡ механиктар башҡара. Остаздары күҙәтеүендә һәм практика ваҡытында улар тулыһынса автомобилде тергеҙеп, уны алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн әҙерләй алды. Өҫтәүенә яугирҙәргә ярҙам итеү менән бергә улар профессиональ белемен дә нығытты.
Фото:”Белебеевские известия”.
Д. Арыҫланова.