Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Март , 23:10

Программаның өсөнсө модуле тамамланды

Белем алыу барышының сираттағы өлөшөндә финалсылар республикаға һәм муниципаль идара итеүгә ҡағылған теманы ентеклерәк өйрәнгән.

Программаның өсөнсө модуле тамамланды
Программаның өсөнсө модуле тамамланды

Күптән түгел Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Башҡортостан геройҙары” программаһының финалына сығыусылар өсөн өсөнсө белем алыу модуле уңышлы тамамланды. Программманың рәсми сәхифәһендә сираттағы уҡыуҙар барышы менән яҡынданыраҡ таныштырған видеояҙма ҡуйылды.

Белем алыу барышының сираттағы өлөшөндә финалсылар республикаға һәм муниципаль идара итеүгә ҡағылған теманы ентеклерәк өйрәнгән. Дөйөм Башҡортостан һәм район, ҡалалар кимәлендәге эштә ныҡ мөһим булған һорауҙар ҡаралған: биләмәләрҙе үҫтереү, социаль һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре.

“Бик ҡыҙыҡлы, әүҙем, йөкмәткеле уҡыуҙар булды. Ғәмәлдәге эш барышы менән күберәк таныштыҡ, ситтә лә байтаҡ саралар булды, шулары ныҡ оҡшаны. Республикаға идара итеү үҙәгенә барып, ундағы команданың эште нисек алып барғанын күрҙек”, – ти финалсылар.

Фотолар: vk.com/geroi_bashkortostana төркөмөндәге видеонан скриншот.

Программаның өсөнсө модуле тамамланды
Программаның өсөнсө модуле тамамланды
Программаның өсөнсө модуле тамамланды
Программаның өсөнсө модуле тамамланды
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас