Баймаҡта – МХО батырҙарына тәүге стела
Республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса изге эштәр башҡарыла. Ҡаһарман замандаштарыбыҙға арналған стелалар асылыуы – шуға дәлил. Әйтәйек, уҙған айҙа Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә беренсе стела асылған. Был изге эште башлаусылар – Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Әсҡәт Йосопов һәм Темәс ауылы яугирҙәре.
Стеланы асыу тантанаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре, район хакимиәте, "Хәрби туғанлыҡ" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм Темәс ауылы халҡы ҡатнашҡан.
Стеланы асыу – район өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Ул һәләк булған батырҙар иҫтәлеген мәңгеләштереүгә хеҙмәт итә һәм киләсәк быуындар өсөн ғорурлыҡ символы булып тора.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb