Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Март , 17:00

Ул ҡайтты!

Ғаиләһе һәм дуҫтары өсөн көтөп алынған ниндәй ҙур шатлыҡ.

Ул ҡайтты!
Ул ҡайтты!

Медицина хеҙмәткәре Илфир Сәмиғуллин махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтты. Ғаиләһе һәм дуҫтары өсөн көтөп алынған ниндәй ҙур шатлыҡ!

Уны яҡындары бәхетле күҙ йәштәре менән, шатланып ҡаршы алды. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һәр көнө алғы һыҙыҡта үтә, яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн улар үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя, иң ҡатмарлы мәлдәрҙә лә ярҙамға килә.

Илфир хәҙер көсөргәнешле хеҙмәттән һуң хәстәрлектәрҙе бер нисә аҙнаға ҡуйып тороп, ваҡытын яҡындары, туғандары менән  үткәрәсәк, тыуған мөхиттә  ял итеп, көс йыясаҡ.

Ауылдаштары Илфирға ҡыйыулығы, ауырлыҡтарҙан баҙамауы өсөн ҙур рәхмәт белдерә һәм уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы теләй.

Фото: Сәмиғуллиндарҙың ғаилә архивынан.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас