Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Март , 17:50

12 йәшлек ҡыҙ МХО яугирҙәренә ярҙам итә

Әле ул үҙе лә беҙҙең ярҙамға мохтаж.

12 йәшлек ҡыҙ МХО яугирҙәренә ярҙам итә
12 йәшлек ҡыҙ МХО яугирҙәренә ярҙам итә

МХО биләмәһенә барған һәм госпиталдәрҙә яралы яугирҙәр алдында сығыш яһаған Өфө уҡыусыһы федераль конкурста ҡатнаша.

III Бөтә Рәсәй “Хеҙмәт итеү” муниципаль премияһының халыҡ тауыш биреүе дауам итә. Унда Өфөнән Киләсәк быуындар өсөн бөйөк мираҫ” номинацияһында Полина Дудконың “Полинаның балаларса булмаған шиғырҙары” проекты ҡатнаша.

“Йәдкәр” мәҙәниәт һарайы директоры Валентина Урлапова туғыҙ йыл элек  Полина Дудконың был һәләтен аса. Ул саҡта дүрт йәшлек ҡыҙ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тәүге тапҡыр патриотик шиғыр уҡыуын күреп ҡала. Валентина Урлапова ҡыҙҙың был һәләтен үҫтерә башлай.

Шулай итеп, “Полинаның балаларса булмаған шиғырҙары” проекты барлыҡҡа килә. Уға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән патриотизм, Ватанды һаҡлаусыларҙы иҫкә алыу һәм уларға ярҙам итеү тураһында шиғыр уҡыуын һорап, яралыларға ярҙам һүҙҙәрен яҙырға, сығыштар менән килергә үтенеп яҙалар. Ҡыҙ Донецк, Мариуполь, Мелитополь, Мәскәү, Волгоград, Пермь, Ульяновск, Мордовия ҡалаларында булған. Яугирҙәр ҡыҙға Коса” позывнойын биргән.

Полина Дудко яңыраҡ өләсәһе менән Рәсәйҙең яңы төбәктәренән ҡайтҡан. 11 йәшлек ирекмән, интернетта шиғырҙар уҡып, МХО яугирҙәренә ярҙам итеү өсөн йөҙҙәрсә мең һум аҡса йыйған. Шулай уҡ ул гуманитар ярҙам йыйыу һәм яугирҙәргә ебәреү менән шөғөлләнгән өләсәһе Тамара Леньшинаға ярҙам итә.

Полинаның бер нисә миҙалы һәм ордены, бик күп рәхмәт хаттары һәм грамоталары бар. Уҙған йылдың декабрендә Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев уға “Ҡаҙаныштары өсөн” миҙалын тапшырҙы.

 Нисек тауыш бирергә

  • Шәхси кабинет аша инергә һәмҡатнашырға” нөктәһенә баҫырға;
  • “Киләсәк быуындар өсөн бөйөк мираҫ” («Великое наследие для будущих поколений») номинацияһын һайларға;
  • Полинаның балаларса булмаған шиғырҙары” (“Недетские стихи Полины”) проектын табырға (исемлектә беренсе) һәм үҙ тауышыңды бирергә.

Тауыш биреү 6 апрелгә тиклем дауам итә.

Әйҙәге, беҙҙең йондоҙсоҡҡа ярҙам итәйек!

Фото: Башкирия Online.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас