

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы тарафынан булдырылған “Беҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы” туғандары һәм яҡындары махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә һәләк булғандар менән йылы мөхиттә осрашыу, аралашыу һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү урынына әүерелгән.
Бында психологтар, дин әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар даими үткәрелә, ижади оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Яҡындарын юғалтҡандар сәй табыны артында осраша, аралаша һәм, шулай итеп, иғтибарҙы бер аҙ ситкә йүнәлтә. Ошонда уҡ улар бер юлы үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, проект Башҡортостан Башлығының гранттар фондынан ярҙам алған. Һөҙөмтәлә был хәл мөмкинлектәрҙе тағы киңәйткән. Яугирҙәрҙең туғандарын экскурсияға, театрҙарға, концерттарға һәм башҡа сараларға йөрөтөү мөмкинлеге булдырылған. Шуныһы үҙенсәлекле: “Беҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы” Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында үткәрелә. 2024 йылдан тормошҡа ашырылған проект һөҙөмтәһендә махсус хәрби операциялағы 10 меңдән ашыу яугирҙең ғаиләһе ҡатнашҡан.
Бөгөн дә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткәрелгән “Беҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы” түңәрәк өҫтәл һөйләшеүе махсус хәрби операция ветерандарын, һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындарын, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды һәм башҡа ведомстволар вәкилдәрен, дин әһелдәрен бергә тупланы.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә системалы ҡараш булдырылыуы тураһында әйтте. Был яугирҙәргә уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына ярҙам күрһәтелеүенә, уларға шарттар тыуҙырылыуын дәлилләй.
– Төп маҡсатыбыҙ – берләшеү, бер-беребеҙгә ярҙам итеү. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан барлыҡҡа килгән “Беҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы” үҙенең һөҙөмтәле икәнлеген күрһәтте. Барлыҡ муниципалитеттарҙа 300-ҙән ашыу сара үткәрҙек, – тип белдерҙе “Ватанды һалаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. – Беҙ барлыҡ яугирҙәр тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, шуға күрә уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барлыҡҡа килгән сараларҙы ойошторорға тырышабыҙ. Сараларҙа ҡатнашыусыларҙан йылы һүҙҙәрҙе даими ишетәбеҙ. Был иғтибарға һәм хәстәрлеккә мохтаж булғандарҙың йөрәгендә хуплау табылыуын раҫлай.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы тарафынан барлыҡҡа килгән “Ватан һаҡсыһының атаһы” тип исемләнгән проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Фотоларҙа – улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан йәки яуҙа батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең атаһы улының әйберен – уның наградаларын, хәрби формаһын тотоп төшә. Был да илебеҙ һаҡсыларына булған иғтибарҙың бер миҫалы.
“Ер ҡото” төбәк-ара этномәҙәни фестивалендә халыҡ дауалаусыларының оҫталыҡ дәрестәре, фольклор-көнкүреш йолалары, ҡулланма сәнғәт буйынса халыҡ уйындары, тренингтар, һөнәрҙәр йәрминкәһе ойошторола. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары “Юридик десант” сиктәрендә юридик ярҙам ала ала, ә медицина хеҙмәттәре “Сәләмәтлек поезы” программаһы сиктәрендә күрһәтелә.
Түңәрәк өҫтәл һөйләшеүендә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе кәңәшсеһе Светлана Грохотова Башҡортостанда ойошторолған белем биреү программаларының һәм ғаилә ҡунаҡханаларын үткәреүҙе юғары баһаланы.
– “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ғаиләләр менән эшләгән, айырым алғанда, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүҙә структураларҙы һәм ведомстволарҙы берләштерә. Бергәләп кенә яҡындарыбыҙға ярҙам итә алабыҙ. Әсәйҙәр, ҡатындар, атайҙар, балалар – ауыр тормош юлына тарығандар – һәр йәһәттән дөрөҫ мәғлүмәт алырға тейеш. Беҙ уларға документтарҙы юллауҙа, төрлө һорауҙарҙы хәл итеүҙә ярҙам итәбеҙ. Һәм, әлбиттә, ҙур эш – психологик ярҙам, – тине Светлана Грохотова.
Өфөләге Покров ҡорамы башлығы, армия һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән эш буйынса епархиаль бүлек етәксеһе Александр Данилов Өфө епархияһы һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән емешле хеҙмәттәшлек булдырыуы тураһында һөйләне. Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән берлектә “Күпер” тигән проектты тормошҡа ашыра. Был хаҡта хәҙрәт Радик Мираҫов хәбәр итте. Махсус хәрби операция ветераны, Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге инспекторы Зинера Слабожанко “Беҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы”ның фекерҙәштәр, ысын ярҙам ала торған урын икәнлеге тураһында һөйләне.
“Беҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы”нда “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, Хәрби комиссариат, Рәсәй Тәфтиш комитеты Хәрби тәфтиш идаралығының Өфө гарнизоны, Эске эштәр министрлығы, Хәрби прокуратура һәм ведомстволар ағзалары, шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Волга буйы федераль округындағы филиалдар етәкселәре, махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың яҡындары, социаль координаторҙар һәм башҡалар ҡатнашты.
ӘЙТКӘНДӘЙ
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалына нигеҙ һалынған көндән алып 50 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, 130 меңдән ашыу яҙма мөрәжәғәт килгән. Республикабыҙҙа социаль ярҙамдың төбәк һәм федераль сараларының комплекслы системаһы булдырылған.
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!