Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
25 Март , 19:15

Яңы техника хәрби бурыстарҙы үтәйәсәк

 Квадроцикл Александр Достовалов исемендәге батальондың медицина взводына тапшырылды.

Яңы техника хәрби бурыстарҙы үтәйәсәк
Яңы техника хәрби бурыстарҙы үтәйәсәк

Октябрьский ҡалаһы ирекмәндәре хәрбиҙәр өсөн квадроцикл алырға аҡса йыйҙы. Яугирҙәр өсөн мототехниканы, башҡа кәрәк-яраҡты республиканың гуманитар ылауы составында “Оберег” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Константин Вельбой илтте.

Квадроциклды Александр Достовалов исемендәге батальондың медицина взводына тапшырҙылар. Был техника алғы һыҙыҡтан яралыларҙы эвакуацияларға, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек илтергә ярҙам итәсәк. Хәрби медиктар йыш ҡына алғы һыҙыҡта ут аҫтында ҡала, шуға күрә тиҙ йөрөүсе квадроцикл уларға хәрби бурыстарҙы уңышлы хәл итеүҙә  булышасаҡ.

“Хәрби техника яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ышаныслы ярҙам итһен. Бөтә ирекмәндәргә фронтҡа ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең был аҙымығыҙ – илгә ҡарата илһөйәрлек һәм  һөйөү өлгөһө!” – тине Октябрьский хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский.

Мототехникаға яралыларҙы ташыу өсөн коляска ҡуясаҡтар һәм радиоэлектрон көрәш системаһы менән тәьмин итәсәктәр.

Фото:Октябрьский ҡала хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас