

Баймаҡта “Йәш гвардия” активистары битараф булмаған ирекмәндәр менән бергә ҙур изге эш башҡарҙы. Улар фронттан ирен көткән һәм яуҙа һәләк булған улын юғалтыу ҡайғыһын кисергән - Зөһрә Йәһүҙинаның ихатаһына юлланды.
Быйыл ҡыш ҡарлы булғанлыҡтан, яугир ҡатынына донъя көтөүе еңелдән булмаған. Көндәрҙең ҡапыл йылытып ебәререүе лә ҡарҙың тиҙ иреүенә килтерҙе. Ҡулдарына көрәк алған егеттәр ихата юлдарын таҙартып ҡына ҡалманы, бөтә ҡаралтыларҙың ҡыйыҡтарын тулыһынса ҡарҙан таҙартты.
“Рәхмәт барыһына ла! Яҙ көнө ирегән ҡарҙы һәм боҙҙо нисек таҙартырға тип хәүефләнгән инем, “Йәш гвардия”сылар килеп тә етте. Яҙҙар менән илебеҙгә тыныслыҡ килһен ине!”- ти яугир ҡатыны Зөһрә Йәһүҙина.
Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған улын юғалтҡан әсә тиҙерәк иренең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтө.
Сығанаҡ һәм фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan