Төплө белгестәр әҙерләйҙәр

Бөгөн БПЛА йәки пилотһыҙ осоусы аппарат тураһында күп һөйләйбеҙ. Уның менән идара иткән операторҙар кәрәк, был хаҡта ла йыш телгә алабыҙ. Ғөмүмән, Рәсәйҙә был тәңгәлдә белгестәр әҙерләү эше бик яҡшы көйләнгән, шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда ла БПЛА операторҙарына уҡытыу үҙәге бар.

Төплө белгестәр әҙерләйҙәрТөплө белгестәр әҙерләйҙәр
Төплө белгестәр әҙерләйҙәр

Махсус хәрби операция биләмәһендә дошман менән һуғышты пилотһыҙ осоусы аппаратһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы бик ауыр. Ысынлап та, илебеҙҙә улар ифрат күпләп етештерелә, ниндәй генә төрө юҡ. Ваҡыт үтеү менән яңыларының барлыҡҡа килеүе, үҙгәртеп ҡолоролоуы һәр йәһәттән дә отошло. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында БПЛА операторҙарына уҡыталар. Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттарына операторҙар әҙерләү буйынса тактик һәм махсус тактик үҙәк асылған. Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына баҫыу өсөн контракт төҙөүселәргә уҡыуҙар бушлай ойошторолған.

– Беҙҙәге белем усағында уҡырға теләүселәр артҡандан-арта, айырыуса йәштәрҙең заман менән бергә атлауы шул тиклем һөйөндөрә, – тип һөйләй Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттарына операторҙар әҙерләү буйынса тактик һәм махсус тактик үҙәктең уҡытыусылары. – Программа  яай итеп төҙөлгән, велосипедты яңынан уйлап табырға кәрәкмәй. Физика йәки математика кеүек теүәл фәндәр буйынса белгестәргә, әлбиттә, ныҡ еңел, шулай уҡ ҙур тырышлыҡ һалғанда бүтәндәргә лә әллә ни ауыр түгел. Педагогтар уҡыусыларҙың һәр береһе менән айырым эшләү яғында, ә ул шулай булырға тейеш тә.

Хатта шундай ябай ғына программа төҙөлгән – кемдер уҡытыуҙы "нул"дән башлаған хәлдә лә, курстар аҙағында ул башҡаларҙы мотлаҡ ҡыуып етә ала. Осоу аппараттары һәр ваҡыт заман талаптарына яраҡлаштырыла, тинек. Операторҙар пилотһыҙ осоусы аппарат менән оҫта идара итә, етмәһә боҙолған йәки ватылған осраҡта уны ремонтлай ҙа белергә тейеш. Бында тап ошолар төп маҡсат итеп ҡуйылған да инде. Ябай тел менән әйткәндә, операторҙарға БПЛА-ны киренән сафҡа индереү бер ҙә ҡыйын түгел.

Операторға уҡыусы Айҙар Филимонов белдереүенсә, армияла саҡта уның бүлексәһнн рацияның нескәллектәренә төшөндөргәндәр йәки уларҙы рация бүлексәһе тип тә атағандар. Бер ай эсендә уны энәһенән ебенә хәтлем өйрәнгәндәр. Ул күптән түгел операторға уҡытыу хаҡында интернет аша белгән һәм заманса ҡоролма менән эш итеү буйынса белгес булырға хыяллана. Маҡсаты - оператор һөнәрен үҙләштереү, ә инде үҙенең алдына дошманды ҡыйратыу.

– Уҡыуҙар тамамланды, бер ай тирәһе ял итергә лә мөмкин, – тип һөйләй Рафиҡ Әсәҙуллин. – Миңә ҡалһа, уның бер ҡыйынлығын да күрмәнем. Тарих уҡытыусыһы инем, техниканан йыраҡ торам тип әйтмәксемен. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уны хәҙер биш бармағым һымаҡ беләм. Дошман ныҡ уҫал, тиҙәр, ә беҙгә уға ҡарағанда ла белемле лә, уяу ҙа, өлгөр ҙә булыу зарур.   

Үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, улар белем биреү курстарын үҙаллы төҙөгән, шулай уҡ бүтән белем усаҡтарыныҡын да нигеҙ итеп алғандар. Әлбиттә, программалар илебеҙҙең закондарына, талаптарға тулыһынса яуап бирә. Рәсәй Мәғариф министрлығы, профессионал стандарттар, квалификация яуаплылығы һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләү өсөн уҡытыу кимәле һәр саҡ яңырып тора.

Әйткәндәй, республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо турала былай тине: "Беҙҙең БПЛА операторҙары алғы һыҙыҡта хайран итә. Шайморатов исемендәге Башҡортостан ирекмәндәр батальонынан "Африка" позывнойлы яугир 200-ҙән ашыу дошман объектын юҡ итте. Һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеменә лайыҡ булды".

Ысынында, БПЛА операторы тәңгәлендә белем алыусылар ныҡ арта, үҙ сиратында, махсус хәрби операцияһы биләмәһенә барыусылар, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр ҙә күбәйә.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас