“Тағы килер яҙҙар, беҙ ҡайтырбыҙ, ҡыҙҙар!”

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан” полкының ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған яугирҙәрен “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы  майҙандан хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәү районына оҙаттылар

“Тағы килер яҙҙар, беҙ ҡайтырбыҙ, ҡыҙҙар!”“Тағы килер яҙҙар, беҙ ҡайтырбыҙ, ҡыҙҙар!”
“Тағы килер яҙҙар, беҙ ҡайтырбыҙ, ҡыҙҙар!”

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан” полкының ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған яугирҙәрен “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы  майҙандан хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәү районына оҙаттылар.

Оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Низаметдинов, Башҡортостандың Хәрби комиссариатының бүлексә етәксеһе Егор Ефимов, яугирҙәрҙең ғаиләләре, ата-әсәләре, яҡын туғандары ла ҡатнашты.

“Ҡәҙерле яҡташтар, яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров, күп милләтле республикабыҙ халҡы исеменән һәм шәхсән үҙемдән ҡаһарманлығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!” – тине Ирек Хәйривәри улы. – “Бөгөн республикабыҙ етәкселегенә һеҙҙең полктың ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәүегеҙ тураһындағы рәхмәт хаттары күп килә. Полк яугирҙәре Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларына лайыҡ булды,  ике яугиргә Рәсәй Геройы исеме бирелде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы – һәләк буғандан һуң”.

Ирек Сәғитов хәтергә төшөрөүенсә, “Башҡортостан” полкы бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында  генерал Миңләғәле Шайморатов дивизияһы азат иткән Донбасс ерҙәрендә дошманға ҡаршы алыша. “Беҙ ундағы хәлдең ҡатмарлы булыуын күреп торабыҙ, бөтә нәмә менән ярҙам итергә тырышабыҙ, гуманитар йөктәр күпләп оҙатыла”, – тине Премьер-министр урынбаҫары.

“Радий Фәрит улы әйткәнсә, бөгөнгө төп бурысыбыҙ – еңеүгә өлгәшеү һәм һеҙҙең барығыҙҙың да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы. Алға, Башҡортостан! Алға, “Башҡортостан” полкы!”, – тине ул.

Яҡындары менән тағы бер ҡосаҡлашып хушлашҡас, ике автобусҡа ултырған яугирҙәр дәүләт автоинспекцияһы машинаһы оҙатыуында көнбайышҡа йүнәлде. 

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас