Яңыраҡ Салауат ҡалаһынан махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау ойошторолдо. Уны туплауҙа ирекмәндәр, предприятие хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яугирҙәр һораған техника, ҡорамалдар һәм башҡа кәрәк-яраҡ тупланды. Яугирҙәргә транспорт, элемтә саралары, инструменттар, төҙөлөш материалдары, дарыу препараттары, шулай уҡ йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, адреслы посылкалар алып барылды.
– Барыбыҙҙың тырышлығы менән еңеүҙе яҡынайта аласаҡбыҙ, – ти Салауат ҡала хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин. – Яугирҙәр кәрәкле әйберҙәр алыу менән бергә үҙҙәре тураһында хәстәрлекте, ышанысты тоя.
Яугирҙәргә гуманитар йөктө илтеүҙә ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Семен Евграфов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары – ҡала хужалығы идараһы начальнигы Илдар Әхмәтвәлиев, “Синдикат” гуманитар конвойҙың мобиль төркөмө етәксеһе Александр Бабаян ҡатнашты.
– Беҙ яҡташтарыбыҙҙың батырлығы, ҡыйыулығы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, – тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы. – Яугирҙәр тылдағыларға ҡайнар сәләмдәрен ебәрә, бындай ҙур ярҙам һәм тәрән ышаныс менән еңергә була, ти улар. Гуманитар ылау туплауҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт!
Фото: “Выбор” гәзите.