

Башҡортостан "Китап" нәшриәте магазинының осрашыуҙар майҙансығында махсус хәрби операция батырҙарына арналған яңы китаптың исем туйы булды.
Башҡорт. Лариса Абдуллинаның Мәскәүҙең АСТ нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан яңы китабы геройҙарын ошо бер һүҙ берләштерә. Был милләт исеме генә түгел, ә ерҙәшлекте, рухташлыҡты, илһөйәрлек тойғоһон, ауыр һынауҙар килгәндә данлы ата-бабалар рухы алдында берләшеүҙе лә белдергән изге төшөнсә.
Башҡорт булһынмы ул, русмы, татар йә башҡа милләт вәкилеме – махсус хәрби операция батырҙарының тыуып-үҫкән изге төйәге Башҡортостанға булған һөйөүе оло Ватаны – бөйөк Рәсәйгә барып тоташа. Уның именлеге өсөн йәнен фиҙа ҡылыуҙан да өркмәгән ысын ил батырҙары тураһында бәйән итә танылған журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина.
Очерктарҙа сағылыш тапҡан яугирҙәрҙең тарихы – авторҙың МХО биләмәһенә барып, үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡаһарман рухлы ир-егеттәр менән әңгәмәләшеп, йөрәге аша үткәреп яҙғандары. Лариса Хашим ҡыҙы был турала тыныс ҡына һөйләй алмай, сөнки һәр геройы күптән инде күңеле түрен биләгән яҡын ҡәрҙәшенә әйләнгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре батырҙарса һәләк булып, яҡындарына иҫтәлеккә фотоһүрәттәр һәм мессенджерҙарға яҙған хәбәрҙәре генә ҡалған...
Һәм бына Лариса Абдуллинаның "Позывной "Башкир" китабы уларҙың исемдәрен мәңгелек биттәренә теркәне, ғәзиздәрен тыны менән тартып алырҙай булып көткән дә, көтөп ала алмаған да әсәләргә, ҡатындарға, балаларға куңел йыуанысы булды. Баҫма менән танышыу сараһында БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе М. Ульчев, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Рәсәй Геройы М. Серафимовтың әсәһе, бөтә Рәсәй Һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе рәйесе А. Серафимова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Ю. Йосопов, БР Журналистар союзы рәйесе В. Исхаҡов, Яҙыусылар союзы рәйесе А. Баймөхәмәтов, “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто генераль директоры З. Рәхмәтуллина сығыш яһаны. Сараның иң ҡәҙерле ҡунаҡтары – яугирҙәрҙең яҡындарына, йөкмәткеле, ғәҙел һүҙле китабы өсөн авторға рәхмәт һүҙҙәре төбәне ҡатнашыусылар.
Был кисәне күҙ йәштәре лә, моңһоу йылмайыуҙар ҙа оҙатып барҙы. Ә күңелдә батырҙарыбыҙ тураһында ғәм халыҡҡа еткергән Лариса Хашим ҡыҙына, ҡаһарман улдар үҫтергән ата-әсәләргә әйтеп бөтә алмаҫлыҡ рәхмәт тойғолары, ил яҙмышын иңдәренә йөкмәп, ғүмерен, һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған көслө рухлы яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыу ҡалды.
Нурия Нәжметдин ҡыҙы Хисмәтуллина, МХО яугире Айнур Хисмәтуллиндың әсәһе:
– Улыбыҙ армияла контракт буйынса хеҙмәт итә ине. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙәр сафында, танкист. Ғаиләһе бар, ҡыҙы үҫеп килә, шөкөр.
Лариса Абдулинаның китабында улым хаҡында ла яҙылған. Баҫманы уҡыным, шул тиклем оҡшаны! Ябай, ихлас итеп, халыҡсан тел менән яҙған, уҡығанда үҙеңде балаң, яугирҙәр эргәһендә йөрөгәндәй тояһың.
Яуҙа йөрөгән ир-егеттәр һәр береһе ҡаһарман, ил һынау алдында торғанда борон-борондан улар Ватан һағына баҫҡан. Беҙ, әсәләр, әлеге китапты уҡып, улдарыбыҙҙы тағы бер асабыҙ, хәүефләнеү тойғоһо эргәһенә улар менән ныҡ ғорурланыу хисе өҫтәлә. Тыйнаҡ ҡына егеттәребеҙҙең батырлығы тураһында барыһына ла һөйләгән, улар менән таныштырған Лариса Хашим ҡыҙына ҙур рәхмәт!
Әлфирә Вәкил ҡыҙы Сәфиуллина, МХО яугире Мөҙәрис Аҫылбаевтың әсәһе:
– Улымдан Лариса Абдуллинаның ошо китабы баҫылып сығыуы тураһында ишеткәс тә, түҙмәнем, иртәгәһенә үк “Озон” аша яҙҙырып, килеүе менән тулыһынса уҡып сыҡтым. Улыма ҡағылғанын уҡып ултырғанда, балам тураһында белеп еткермәгәндәрем дә булған икән, тигән уй тыуҙы. Автор уны төрлө яҡлап аса алған. Һәр бер яугир тураһында Лариса Хашим ҡыҙы шул тиклем яратып, бөтә күңеленән үткәреп яҙған. Ҙур рәхмәт уға!
Улым бала сағында уҡ: “Инәй, мин йә хәрби, йә табип булам!” – ти торғайны. 2018 йылда әрме хеҙмәтенә алынды, ә 2019-ҙа контракт төҙөп, артабанғы яҙмышын армия менән бәйләне. Махсус хәрби операцияның башынан уҡ Ватан һағында ул. Уҙған йылдың авгусында ауыр яраланып, ярты йыл буйы дауаланды һәм бына күптән түгел тағы иптәштәре янына йүнәлде. Һуғыш тиҙерәк тамамланып, улдарыбыҙ иҫән-имен ҡайтһын! Беҙгә изге теләктәр теләп көтөргә генә ҡала.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Автор фотолары.