Геройҙар дәүере
2 Апрель , 08:00

Яңынан үҙ көсөнә ышана

Йәрәхәт алған ветерандың торлағы ҡулайлаштырыласаҡ. 

Яңынан үҙ көсөнә ышанаЯңынан үҙ көсөнә ышана
Яңынан үҙ көсөнә ышана

Мишкә районы ветераны Рәмил Сәлиховтың торлағы "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының торлаҡты яраҡлаштырыу программаһы буйынса йыһазландырыласаҡ.

Рәмил Сәлихов 2023 йылдың ноябрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операция үткәреү зонаһына юллана. “Бесәй” позывнойлы яугир ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ауыр яралана, һөҙөмтәлә һул аяғын ампутациялайҙар.

Әле Рәмил Сәлихов тыуған ауылының белем биреү учреждениеларында патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Үҙе “Көслө кешеләр” проектында ҡатнаша, ул хәрбиҙәргә йәрәхәт алғандан һуң хәлде еңеп сығырға һәм тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итә. Ветеран билдәләүенсә, тап проект арҡаһында ҡабаттан үҙ-үҙенә ышана башлай һәм 2025 йылда республика йыйылма командаһы составында “Ватанды һаҡлаусылар кубогы”на һәм “Батырлыҡ кубогы”на ярыштарҙа көсөн һынап ҡарай.

Ҡатыны менән бергә дүрт бала тәрбиәләй. Бынан тыш, ветеран уҡтан атыу, бысаҡ ырғытыу секцияһын асырға хыяллана.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды, йәрәхәт үҙенсәлегенә ҡарап, имгәнгән ветеранға уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу өсөн махсус адаптация саралары бирә. Бының өсөн район буйынса социаль координаторға йәки туранан-тура “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалдарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адрестары: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 13/15; Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фондының "Бәйләнештә"ге төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас