Геройҙар дәүере
3 Апрель , 03:00

Батырға һаулыҡ теләйбеҙ

Яҡташыбыҙ бер нисә тапҡыр яралана, әммә яңынан сафҡа баҫа, батырҙарса һуғыша, дошман техникаһын, штурм һәм диверсия төркөмдәрен юҡҡа сығара.

Батырға һаулыҡ теләйбеҙБатырға һаулыҡ теләйбеҙ
Батырға һаулыҡ теләйбеҙ

Альберт Шәрәфетдинов өлөшләтә мобилизация буйынса Ҡораллы Көстәр сафына 2022 йылда аяҡ баҫа. Уға тиклем Салауат районының Юл төҙөлөш-ремонт идаралығында эшләй, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите.

Хәрби әҙерлек үткәндән һуң фронт һыҙығына гранатометчик сифатында йүнәлтелә. Махсус хәрби операция барышында күп тораҡтарҙы дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша, штурмлаусыларға юл аса. Яҡташыбыҙ, ”Свинец” позывнойлы яугир,  яраланғандан һуң әле Малаяҙҙа реабилитация үтә.

Автоматик гранатомет уты дошман һалдаттарына баш күтәрергә ирек бирмәй. Улар ”Свинец” артынан йыш ҡына “һунар” итә. Яҡташыбыҙ бер нисә тапҡыр яралана, әммә яңынан сафҡа баҫа, батырҙарса һуғыша, дошман техникаһын, штурм һәм диверсия төркөмдәрен юҡҡа сығара.

Хәрби бурыстарҙы үтәгәндәге ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы, иптәштәрен ҡотҡарғандағы батырлығы өсөн М. Шайморатов миҙалы, IV дәрәжә Георгий тәреһе, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән наградлана. Уның хәрби хеҙмәтен командование юғары баһалай.  

2025 йылда яраланғандан һуң госпиталдә дауалана. Әле яҡташыбыҙ өйөнә ҡайтты һәм реабилитация үтә. Батырға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

Фото: “Салауат ерендә” гәзите.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас