Беҙҙең яугирҙәребеҙ махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һуғыша, дошман техникаһын, нығытмаларын сафтан сығара. Егеттәр берҙәмлектәре, еңеүгә ышаныстары менән көслө.
“Кадет” позывнойлы яугир – Малаяҙҙан, “Грек” – Дәүләкән, “Коба” Бүздәк райондарынан. Уларҙың өсөһө лә Өфөләге СКАД (Специальная команда активных действий) төркөмөнә инә. Яңыраҡ улар махсус хәрби операция зонаһына сираттағы командировканан ҡайтты, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите. Өс ай дауамында улар дошмандың хәрби машиналарын, терәк пункттарын, күпләп боевиктарҙы юҡ итә. Егеттәрҙең өсөһө лә махсус хәрби операцияла 2022 йылдан ҡатнаша, наградаларға лайыҡ була, яраланырға ла тура килә. 25-27 йәшлек яугирҙәр пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеү буйынса уҡый, күнекмәләрен практикала нығыта. Улар һөжүм итеүсе дрондар, шулай уҡ разведкалаусы, “Баба-Яга” рәүешендәге дрондар менән дә эш итә.
Яугирҙәрҙең әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәренән тыш Ватанды һаҡлау, еңеү тураһында һүҙ йөрөтөүе лә ауыр. Джойстиктар менән эш итә белгән, компьютер уйындарын уйнап үҫкән йәштәргә дрондарға идара итеү еңел бирелә, ти улар. Ә ориентир һәм топография серҙәренә өйрәтәсәктәр. Хәҙерге заман һуғышында дрондар – ҙур көс.
“Кадет”, “Грек” һәм “Коба” йәштәрҙе үҙҙәренең өлгөһөнә эйәрергә, пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә саҡыра. Батыр яугирҙәребеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уларҙың тыуған яҡтарына иҫән-һау еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефон һандары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: “Салауат ерендә” гәзите.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.