Геройҙар дәүере
3 Апрель , 06:00

Инструктор аңлатма бирҙе

"Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – Ҡораллы ҡөстәрҙең элитаһы һәм ил киләсәгенең нигеҙе", ти Альберт Рәхимов.

Инструктор аңлатма бирҙеИнструктор аңлатма бирҙе
Инструктор аңлатма бирҙе

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы Альберт Рәхимов пилотһыҙ системалар операторы профессияһы, кандидаттарға талаптар һәм эш шарттары тураһында һөйләне.

– Әлеге ваҡытта пилотһыҙ системалар операторҙары ҙур һорау менән файҙалана. Пилотһыҙ системалар авиацияһы подразделениеларында кандидаттарҙың йәше 45 йыл менән сикләнә, әммә FRV-дрондары операторҙары өсөн билдәләнгән йәш – 18-ҙән 35-кә тиклем генә. Кандидаттың белеме төрлө кимәлдә булыуы мөмкин, иң мөһиме – инглиз теле нигеҙҙәрен белеү. Үҫешкән аналитик аҡыл, яҡшы вестибулятор аппараты һәм ҡул хәрәкәттәре координацияһы, компьютер техникаһы менын ышаныслы эш итеү талап ителә. Кандидаттың сәләмәтлегенә иғтибар ҙур – уның “Б” категорияһынан да түбән булмауы мөһим, психологик тотороҡлоғо профессиональ яраҡлылыҡтың икенсе класына тап килергә тейеш. Пилотһыҙ системалар  ғәскәрҙәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – Ҡораллы ҡөстәрҙең элитаһы һәм ил киләсәгенең нигеҙе.

Беҙҙең Салауат ҡалаһынан дүрт егетебеҙ пилотһыҙ системалар операторҙары булып хеҙмәт итеүгә контракт төҙөнө. Уларға профессия оҡшай.

Ғәскәрҙәрҙең был төрөнә хас өҫтөнлөктәр, перспективалар менән танышайыҡ. Кандидат бер йылдан алып өҫтәмә шарттар менән махсус контракт төҙөй. Беренсенән, контракт тамамланғандан һуң эштән китеү мөмкинлеге гарантиялана. Икенсенән, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә генә хеҙмәт итәсәкһегеҙ (һеҙҙең ризалыҡтан башҡа бүтән подразделениеларға күсермәйәсәктәр). Быныһы ла мөһим: буласаҡ пилотһыҙ системалар операторҙары Оборона министрлығының уҡыу селтәрендә пилотһыҙ системалар белгестәрен махсус әҙерләү программаһы буйынса мотлаҡ уҡытыла. Операторҙар үҙҙәренең эштәрен фронт линияһынан алыҫта башҡара, был уларҙың ғүмеренә хәүефте кәметә. Шулай уҡ өҫтәмә социаль гарантиялар, аҡсалата түләүҙәр ҡаралған. Хәрби хеҙмәттән һуң да был специальность буйынса көс структураларында, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләргә мөмкин буласаҡ. Операторҙар хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алыуға дәғүә итә ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоронда уларҙың эш урындары һаҡлана, – тине Альберт Рәхимов.

 Фото: “Выбор” гәзите.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас