Геройҙар дәүере
3 Апрель , 17:30

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы төбәк филиалы күп күрһәткестәр буйынса лидер булып тора. Республиканың барлыҡ муниципалитеттарында 130 социаль координатор эшләй. 

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы

Өс йыл элек, 2023 йылдың 3 апрелендә, Рәсәй Президенты «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондын булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Фонд эшенең төп һөҙөмтәһе булып геройҙарҙы социаль йәһәттән яҡлау буйынса өр-яңы система булдырыу тора. Уның нигеҙендә ведомство-ара тығыҙ бәйләнеш барлыҡҡа килде, фондҡа мөрәжәғәт иткән һәр яугиргә һәм һәләк булғандарҙың туғандарына индивидуаль ҡараш төп принцип булып тора.

«Рәсәй Президентының «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондын булдырыу тураһындағы Указына ҡул ҡуйылғандан алып өс йыл ваҡыт үтте. Ошо осорҙа МХО ветерандарына, уларҙың яҡындарына, һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзаларына комплекслы ярҙам системаһын төҙөнөк. Ул яугирҙәр менән кире бәйләнеш нигеҙендә даими камиллаштырыла, был, һис шикһеҙ, эшебеҙҙең төп күрһәткесе булып тора. Бынан тыш, фондтың эшмәкәрлеге иҡтисадтың, производствоның, медицина һәм технологияларҙың үҫешенә ҡеүәтле импульс бирә, был хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ярҙамды яңы кимәлгә сығарырға булышлыҡ итте. Бындай һөҙөмтәләргә дәүләт, йәмәғәтселек, коммерция ойошмалары һәм битараф булмаған кешеләрҙең көсөн тупламайынса өлгәшеп булмаҫ ине», - тине статс-секретарь - Рәсәй Федерацияһының оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы төбәк филиалы күп күрһәткестәр буйынса лидер булып тора. Республиканың барлыҡ муниципалитеттарында 130 социаль координатор эшләй.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшләй башлағандан алып яугирҙәрҙән һәм уларҙың яҡындарынан 135 меңдән ашыу мөрәжәғәт алынған, шуларҙың 96 проценты ыңғай хәл ителгән. Филиалға йышыраҡ социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү, аҡсалата түләүҙәр алыу, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын рәсмиләштереү, юридик ярҙамға бәйле мөрәжәғәттәр килә.

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды илдә тәүге тапҡыр МХО ветеран-инвалидтарының ихтыяждарын иҫәпкә алған торлаҡты яраҡлаштырыу программаһын эшләтеп ебәрҙе. Бөгөнгө көнгә республика буйынса 70-тән ашыу МХО ветеранының фатиры һәм йорто тәртипкә килтерелгән.

2025 йылдың июлендә Рәсәй Президенты булышлығында «Ватанды һаҡлаусылар» фонды инвалид ветерандарға уларҙың физиологик мөмкинлектәрен иҫәпкә алған адаптив кейем бирә башланы. Кисәге яугирҙәр 70-тән ашыу комплект ошондай кейем алды ла инде.

Фонд шулай уҡ МХО ветерандарына һәм һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзаларына медицина һәм психологик ярҙам алыуҙа булышлыҡ күрһәтә. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә һәм төбәк властары булышлығында илдә махсус хәрби операция ветерандары өсөн ентекле диспансерлаштырыу программаһын ғәмәлгә индерҙе. Филиал майҙансыҡтарында ветерандарға һәм уларҙың яҡындарына ике медицина психологы психологик ярҙам күрһәтә.

Йәмәғәт ойошмалары менән берлектә уникаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу – Башҡортостан филиалының сағыу үҙенсәлеге. Бөтә Рәсәй «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы, «Ватанды һаҡлаусы атай» проекты, «Ер ҡото - Ер көсө» патриотик фестивале кеүек күләмле проекттарҙы уҙғарыуҙа Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, ветерандар ойошмалары филиалдың даими партнёрҙары булып тора.  

– Һәр проектыбыҙ – меңәрләгән кеше өсөн мөһимгә әүерелгән үҙенсәлекле башланғыс. Беҙ уларҙы йәмәғәт ойошмалары һәм ветерандар берләшмәләре менән берлектә тормошҡа ашырабыҙ. Филиалдың эшмәкәрлеге Ватанды һаҡлаусылар һәм хеҙмәт иткәндәр тураһында хәстәрлек күреүҙә дәүләттең, йәмғиәттең, дин әһелдәренең үҙ-ара уңышлы эш итеүенә сағыу миҫал булып тора, - тип билдәләй Башҡортостан Республикаһындағы филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Бөгөн МХО-ла төрлө йәрәхәттәр алған 300-гә яҡын ветеран төрлө адаптив спорт төрҙәре менән даими шөғөлләнә. 2025 йылда уларҙың һаны ике тапҡырға артты.

Атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалының социаль координаторы Ирек Зарипов, “Спорт – МХО ветерандарын реабилитациялау һәм социалләштереүҙең иң һөҙөмтәле ысулдарының береһе,” тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Профессиональ спортсы, паралимпия чемпионы булараҡ, мөмкинлектәрҙең сикләнеүе үҙүүҙеңде еңеүгә саҡырыу ғына икәнлеген аңлайым. Спорт минең өсөн сикһеҙ мөмкинлектәр асты, танылыу яуларға булышлыҡ итте. Хәҙер тәжрибәмде башҡаларға еткерергә теләйем, - ти Ирек Зарипов.

БЕЛЕШМӘ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды булдырылды. Уның төп маҡсаты – МХО ветерандарына һәм яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү. Фонд белгестәре һәм социаль координаторҙары уларға медицина һәм социаль реабилитациялау менән генә түгел, ҡайтанан уҡытып сығыуҙа һәм эшкә урынлашыуҙа ла булышлыҡ итә, юридик ярҙам күрһәтә, торлаҡты инвалидтар ихтыяжы өсөн яраҡлаштыра һәм оҙайлы ваҡытҡа өйгә йөрөп ҡарау ойоштора. Фондты статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева етәкләй. Фондтың филиалдары Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә эшләй.

Фотолар: «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы төбәк филиалы. 

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас