Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһында Ирек Зарипов махсус хәрби операция ветерандарының тормоштоң төрлө өлкәләрендә ҡаҙаныштарын һәм уңыштарын таныуға йүнәлтелгән премия булдырыу тураһында тәҡдим итте, уны статс-секретарь - РФ оборона министры урынбаҫары, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды рәйесе Анна Цивилева хупланы.
– Яуаплы министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың, ойошмалар һәм учреждениеларҙың, төбәк командаларының һәм меңләгән граждандарҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе арҡаһында ветерандарға ярҙам тағы ла һөҙөмтәлерәк була бара, - тип билдәләне Анна Цивилева.
Ирек Зарипов - дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалының социаль координаторы. Матбуғат конференцияһында ул спорт аша ветерандарҙы реабилитациялау буйынса республика тәжрибәһе тураһында һөйләне. Ике йөҙҙән ашыу көрәшсе даими рәүештә адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнә һәм бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Башҡортостанда ветерандар өсөн 15 төрлө йүнәлеш, шул иҫәптән паралимпия дисциплиналары буйынса дәрестәр ҡаралған.
Фото Ирек Зариповтың шәхси архивынан.