Геройҙар дәүере
4 Апрель , 14:30

Беҙҙең берҙәмлек – фронтта яугирҙәр өсөн иң ышаныслы терәк

Һәр хәбәр, һәр маскировка селтәре йәки ҡорамал – тыуған йорт йылыһының бер өлөшө ул.

Беҙҙең берҙәмлек – фронтта яугирҙәр өсөн иң ышаныслы терәкБеҙҙең берҙәмлек – фронтта яугирҙәр өсөн иң ышаныслы терәк
Беҙҙең берҙәмлек – фронтта яугирҙәр өсөн иң ышаныслы терәк

Балтас районы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына сираттағы гуманитар йөктө уңышлы алып барып тапшырҙы. Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев хәбәр итте.

Хәрби хеҙмәткәрҙәргә йоҡо тоҡтары, газ баллондары, генераторҙар, йылы эске кейем, төҙөлөш материалдары, фонарҙар, ут тоҡандырғыс, дарыу һәм башҡа файҙалы йөк алып барғандар. 

– Беҙҙең сираттағы гуманитар ылау тәғәйенләнгән урынына имен-аман барып етте. Бөтә посылкалар һәм ҡорамалдар яугирҙәребеҙгә тапшырылды, бәйләнешкә сыҡҡандар менән шәхсән осраштылар. Егеттәребеҙгә – Фәрит Ғәлимовҡа, Руслан Гәрәевкә һәм Альберт Арыҫлановҡа ҙур рәхмәт. Улар йөкте йөҙҙәрсә саҡрым алыҫлыҡҡа алып барып, яугирҙәребеҙгә тапшырҙы. Бурыстарын яҡшы үтәнеләр.

Тағы ла бер тапҡыр Ватан һаҡсыларына мөрәжәғәт итергә теләйем: егеттәр, беҙ һеҙҙең менән! Һәр хәбәр, һәр маскировка селтәре йәки ҡорамал – тыуған йорт йылыһының бер өлөшө. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һеҙгә ышанабыҙ һәм һеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ! Һәм, әлбиттә, Балтас районында йәшәүселәрҙең барыһына ла, был гуманитар йөккә үҙ өлөшөн индергән һәр кешегә рәхмәт. Беҙҙең берҙәмлек – фронтта яугирҙәр өсөн иң ышаныслы терәк, – тине Илгиз Субушев.

Фото: Балтас районы хакимиәтенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас