

Махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыйған, яугирҙәрҙе хәстәрләгән апайҙарҙың ҡаһармандар менән осрашыуы матур йолаға әйләнгән. МХО башланғандан алып 429 маскировка селтәре үргән ауыл уңғандары үҙәренең эше менән таныштырҙы, сәй өҫтәле артында яуҙағы хәлдәр тураһында һорашты.
Армияла хеҙмәт итеүҙе һәм Ватан сиктәрен һаҡлауҙы 35 йәшлек Исламғол ауылы егете изге бурысы тип һанай. Алыҫ Көнсығышта 2009-2010 йылда радио электрон көрәш ғәскәрендә хеҙмәт иткән, 2023 йылда үҙ теләге менән контракт төҙөп, МХО биләмәһенә юлланған яҡташыбыҙ һауа десант ғәскәренә эләккән. Башта ул БПЛА операторы булып, һуңғараҡ штурмлаусылар батальонында алғы һыҙыҡта яуҙа һуғышһа, бөгөн водитель вазифаһын атҡара. “2024 йылда яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң УАЗ машинаһына ултырттылар”, - ти яугир.
“Бәләкәй”ҙең әйтеүенсә, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә төрлө модификациялы дрондарға ҡаршы һуғышырға тура килә, сәғәтенә 130 километр үткәндәре лә бар. Шуға ла яугирҙәрҙең компьютерҙа программа яҙа, дрондарҙың техник төҙөлөшөн белеүе ныҡ кәрәк.
Тыныс тормошта йыуаш күренгән башҡорт егете яуҙа арыҫландай ҡыйыу яугиргә әйләнгән! Ҡаҡса ғына, буйға ла артыҡ оҙон булмаған Мәләүез егете ҡаһарманлығы өсөн икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙал менән наградланған. Командование “Рәсәй Геройҙары” программаһына ҡатнашырға ла тәҡдим иткән.
“Малой”ҙың әйтеүенсә, ил һаҡсыларыбыҙ ирекмәндәрҙең ярҙамына ныҡ мохтаж. Уларҙың батальонына “Мобилизация Мәләүез” ирекмәндәр хәрәкәтенән Ольга Новикова ике тапҡыр гуманитарка алып килгән. “КамАЗ менән ҡомло ерҙә тиҙ йөрөп булмай, шуға УАЗ, квадрацикл кеүек техника кәрәк. Дрондарҙы атып төшөрөргә һунар мылтыҡтарын подразделение менән заказ биреп һатып алдыҡ”, - ти яугир.
Ҡатмарлы шарттарҙа яугирҙәр өсөн ваҡ-төйәк булып күренгән әйберҙәр ҙә кеше ғүмерен ҡотҡара ала. Яугирҙәрҙең иҫән-һау тыуған яҡҡа ҡайтыуы өсөн, бында, тылда көс һалырға кәрәклеген аңлаған ағинәйҙәр “Бәләкәй”гә гуманитар ярҙам биреп, изге теләктәр теләп оҙатты. Мәләүездәр еңеү менән имен ҡайтыуыңды көтөп ҡала, ҡаһарман!