Геройҙар дәүере
7 Апрель , 05:15

"Яңы атҡан таң - үҙе мөғжизә!"

Минең менән бергә 30-ға яҡын Салауат егете хеҙмәт итә, ти “Бортник”.

"Яңы атҡан таң - үҙе мөғжизә!""Яңы атҡан таң - үҙе мөғжизә!"
"Яңы атҡан таң - үҙе мөғжизә!"

Ул элек умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, шуға күрә “Бортник” позывнойын һайлаған. Яугир Салауат ҡалаһынан. Бында 8-се лицейҙы тамамлағандан һуң автомеханик квалификацияһын ала. Ун йылдан ашыу каратэ менән шөғөлләнә.  

Армия хеҙмәтен Алыҫ Көнсығыштың сик һаҡсылары ғәскәрҙәрендә үтә, радиолокация станциялары операторҙары бүлексәһе менән командалыҡ итә. Армиянан һуң 20 йылға яҡын Росгвардия сафында хеҙмәт итә. 2022 йылдың апрелендә хәрби хеҙмәттән һуң пенсияға сыға һәм катализатор заводына аппаратсы булып эшкә урынлаша. Ә ярты йылдан һуң махсус хәрби операция зонаһына мобилизациялана.

– Хәрби әҙерлекте Пенза ҡалаһында үттем. Артиллерия подразделениеһына эләктем, алыҫҡа атыусы Д-30 орудиеһына идара итеүҙе үҙләштерҙем. Был ҡорал махсус хәрби операция зонаһында ҙур әһәмиәткә эйә. Хәҙер нигеҙҙә гаубицалар һәм “ҡошсоҡ”тар эшләй. Мин ул саҡта пушканы ғына белә инем, гаубица төшөнсәһе бөтөнләй ят ине. Профессиональ күнекмәләрем талаптарға яуап биргәнлектән, орудие командиры итеп тәғәйенләнеләр. Минең менән бергә 30-ға яҡын Салауат егете хеҙмәт итә, – тип һөйләне “Бортник”. – Мин позывнойҙы осраҡлы һайламаным, 2015 йылдан алып умартасылыҡ менән шөғөлләнәм. “Бортник” әйтеүгә еңел, рация аша тиҙ һөйләргә кәрәк, шуға “умартасы” урынына “Бортник”ты һайланым, – ти яҡташыбыҙ.

Буш ваҡытында “Геройҙар ваҡыты” программаһын тамамлаған һәм “Башҡортостан геройҙары” сертификатын алыуға өлгәшкән.

– Уҡыу бер ай тирәһе барҙы. Ҡайһы саҡта ут позицияларында торғанда спутник интернеты аша тестарға яуап бирҙем һәм имтихандарҙы тапшырҙым. 2025 йылда ике дәүләт программаһын да уңышлы үтеп, квалификациямды камиллаштырҙым, – ти “Бортник”.

 Ул тылда һалдаттар өсөн гуманитар йөк туплауҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерә:

–Һеҙҙең ярҙамығыҙ, хаттарығыҙ беҙҙең өсөн бик мөһим, һеҙ беҙҙең рухыбыҙҙы күтәрәһегеҙ, көс бирәһегеҙ, ҡыйыулыҡ, һиҙгерлек өҫтәйһегеҙ. Һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ. Яңы атҡан таң – мөғжизә ул. Тормош – үҙе бәхет. Ә еңеү мотлаҡ  беҙҙең яҡта буласаҡ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

Фото: “Выбор” гәзите.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.

 

"Яңы атҡан таң - үҙе мөғжизә!"
"Яңы атҡан таң - үҙе мөғжизә!"
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас