Геройҙар дәүере
8 Апреля , 05:30

Ватанды һаҡлаусылар алдында бурыслыбыҙ

Йыл башынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың яҡындарына өҫтәмә ярҙам саралары ғәмәлгә индерелде.

Ватанды һаҡлаусылар алдында бурыслыбыҙВатанды һаҡлаусылар алдында бурыслыбыҙ
Ватанды һаҡлаусылар алдында бурыслыбыҙ

Быйылғы йыл башынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың яҡындарына өҫтәмә ярҙам саралары ғәмәлгә инде.

2026 йылдың 31 декабренә тиклем яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре кредит каникулынан файҙалана аласаҡ. 1 ғинуарҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн транспорт һәм ер һалымдары буйынса ташламалар индерелде.

Оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеү буйынса пенсия тәғәйенләгәндә, махсус хәрби операцияла контракт нигеҙендә ҡатнашҡандарҙың ошо хеҙмәттән бушатылған көнгә 20 йылдан кәмерәк хеҙмәт стажы булһа, контрактник формированиеларында булған осорҙар иҫәпкә алынасаҡ. Был норма ла яңы йылдың беренсе көнөнән ғәмәлгә индерелде. Махсус шарттарҙа башҡарылған эштәр ваҡыты ташламалы шарттар өсөн иҫәпкә алынасаҡ.

Ғинуар башынан ғәмәлгә индерелгән тағы бер законға ярашлы, демобилизацияланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү маҡсатында социаль контракттан файҙалана аласаҡ. Ярҙам биргәндә уртаса килемде иҫәпкә алмайҙар.

Мәғариф өлкәһендә лә ҙур ярҙам күрһәтелә: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар яңы һөнәр алырға теләһә, ул икенсе урта һөнәри белемде бушлай алыу мөмкинлегенә эйә.

Бынан тыш, хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләре өсөн ташламалар системаһы ла киңәйтелде. Хәҙер был ярҙам саралары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 18 йәшкә еткән балаларына, мәктәпте тамамлау менән юғары йәки профессиональ уҡыу йортона көндөҙгө формала уҡырға инеү араһындағы осорға ла ҡағыла.

Дөйөм алғанда, 2025 йылда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы 30 закон, ә 2022 йылдан алып 154 закон ҡабул итте, улар һалдаттарҙы, офицерҙарҙы һәм уларҙың яҡындарын яҡлауға йүнәлтелгән.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларының 54-е ғәмәлдә.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан филиалы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас