Геройҙар дәүере
9 Апреля , 13:45

Улдары артынан атай ҙа МХО-ға юллана

Яңыраҡ аталы-уллы бер-бер артлы наградаға лайыҡ булғандар.

Улдары артынан атай ҙа МХО-ға юлланаУлдары артынан атай ҙа МХО-ға юллана
Улдары артынан атай ҙа МХО-ға юллана

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Федоровка районы егеттәренән хәбәрҙәр даими килеп тора.

Федоровкала йәшәгән яҡташыбыҙ үҙ улындай күреп үҫтергән үгәй уландарын махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡас, үҙенең дә өйҙә  тыныс ҡына ултыра алмаясағын аңлай. Улдарының береһе мобилизациялана, икенсеһе, ағаһына эйәреп, Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Икеһе лә яҡшы иҫәптә, наградалары бар.

Атай кеше  етди ҡарарға килә, ул да Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә була.

Яңыраҡ алғы һыҙыҡтан яҡшы хәбәр килде: “Гагауз” позывнойын алған яҡташыбыҙҙы “Хәрби отличие өсөн” миҙалы менән наградлағандар. Бер нисә көн үтеүгә йәнә күңелле хәбәр: атайҙың “Абхаз” позывнойлы кесе улы ла тап ошо наградаға лайыҡ булған, тип хәбәр итә “Ашҡаҙар таңдары”.

Яугирҙәр үҙҙәренә ярҙам иткән райондаштарына, район хакимиәте башлығы Венер Насретдиновҡа, М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына, уның кураторы Татьяна Занинаға рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе һорай.

“Гагауз” блиндажды йылытыу һәм кейемдәрҙе киптереү өсөн алған радиаторҙар өсөн рәхмәтле. “Абхаз”ға бик кәрәкле коптер алынған. Батырҙар үҙҙәрен хәстәрләгән тынғыһыҙ ирекмәндәргә, әйбер туплауҙа ҡатнашҡан изге күңелле, йомарт граждандарға ысын күңелдән рәхмәт белдерә, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләй.

 Фото: шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас