

Пилотһыҙ осоу аппараттары эшен яҡшы белгән яугир, “Әхмәт” позывнойлы Өфө егете күптән түгел тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Ул 2023 йылдан алып махсус хәрби операция биләмәһендә.
Үҙ теләге менән контракт төҙөгән егет тәүҙә йыл ярым ваҡыт разведка ротаһында хеҙмәт иткән. Унан – 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының 1-се батальонында. Хәҙер иһә ошо батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводында бүлексә командиры, расчет етәксеһе.
– 2023 йылда уҡ заман техникаһына уҡытыу башланғайны, – ти яугир. – Тәүҙә ике аҙна Наро-Фоминскиҙа курстар үттем, Mavic дронында осорға өйрәндем. Артабан Луганскиҙа бер ай уҡыттылар. Һөҙөмтәлә FPV, камикадзе дрондары менән эш итергә өйрәндем. Матрикс тип аталған мультикоптерҙа оса инем, – ти сержант “Әхмәт”. – Ғөмүмән, ошо рәүешле дрондарҙы эҙмә-эҙлекле өйрәндек. Уҙған йыл аҙағында иһә үҙебеҙҙең Алкинға уҡырға ебәрҙеләр. FPV, Mavic, камикадзе һәм башҡа бөтә дрондарҙы яҡшы үҙләштерҙек.
Алкинда курстар үткәндән һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә барғас, “Әхмәт” тәүҙә FPV дронында эшләй. Хәҙер иһә – “Вампир” гексокоптерында.
Йәш яҡташыбыҙ “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Разведкала хеҙмәт иткән өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ именлеген һаҡлаған ҡаһарман олатаһының, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙе үткән яугир рухлы атаһының хаҡ юлын намыҫлы дауам итә ул. “Әхмәт”те өйҙә ҡәҙерле әсәһе, һөйөклө ҡатыны һәм ҡыҙы көтә.
– Берҙән-бер улым – оло ғорурлығым. Олатаһынан, атаһынан яугирлек сифаты күскән уға, – ти “Әхмәт”тең әсәһе Лира Әхмәҙулла ҡыҙы. – Донъялар тынысланып, илебеҙ именлеген, милли ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлаған барлыҡ яугирҙәребеҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Фото: яугирҙең ғаилә альбомынан.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan