Геройҙар дәүере
10 Апреля , 13:15

Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә уңайлы булһын өсөн

Был маҡсатта электрон сервистар әүҙем үҫешә.  

Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә уңайлы булһын өсөнЯугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә уңайлы булһын өсөн
Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә уңайлы булһын өсөн

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары менән электрон сервистар әүҙем үҫешә. Электрон рәүештә файҙалана алған төп ярҙам саралары: торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә сығымдарҙы компенсациялау, мәҙәни сараларға ташламалы саҡырыу, урта һәм махсус белем биреү учреждениеларына уҡырға инеү, ер участкаһы биреү, мәктәп һәм балалар баҡсаларына тәү сиратта ҡабул итеү, мәктәптә бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеү, балалар баҡсаһы өсөн, оҙайлы көн төркөмөндә ҡарау өсөн түләүҙән азат итеү, ҡала һәм ҡала эргәһендәге транспортта бушлай йөрөү, газ үткәреүгә сығымдарҙы компенсациялау.

Дәүләт хеҙмәттәре федераль порталы “Меры поддержки для защитников Отечества” тигән бүлектә ярҙам сараларын тәҡдим итә. Унда  махсус хәрби операциялағы яугирҙәр, хәрби хәрәкәт ветерандары, һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләре өсөн сервистар булдырылған.

Был бүлектә федераль һәм төбәк хеҙмәттәр, инструкциялар, йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар урын алған. 
 
-Бөгөн дәүләттең төп бурыстарының береһе – беҙҙең һаҡлаусыларыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Беҙҙең ведомство профиль органдар менән үҙ-ара бәйләнештә эшләп, ярҙам сараларын алыу уңайлы булһын өсөн электрон сервистарҙы оптималләштерә, – ти Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында тормош хәленә ҡарап шундай ярҙам саралары тупланған: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына, МХО яугирҙәренә ярҙам саралары, МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам, уларға тейешле документтар алыуҙа ярҙам, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ғаилә ағзаларына белем биреүҙә ташламалар алыуға ярҙам.

Белешмә өсөн:

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ярҙам саралары менән электрон сервистар булдырыу һәм үҫтереү “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас