Геройҙар дәүере
11 Апреля , 02:00

Улар яңы рекордҡа әҙерләнә

2025 йылда Башҡортостанда туғыҙ меңдән ашыу пилотһыҙ авиация системалары (БАС) етештерелгән һәм быйыл ошо күрһәткес буйынса яңы рекорд ҡуйырға әҙерләнәләр.

Улар яңы рекордҡа әҙерләнәУлар яңы рекордҡа әҙерләнә
Улар яңы рекордҡа әҙерләнә

2025 йылда Башҡортостанда туғыҙ  меңдән ашыу пилотһыҙ авиация системалары (БАС) етештерелгән һәм быйыл ошо күрһәткес буйынса яңы рекорд ҡуйырға әҙерләнәләр.

Былтыр республика билдәләнгән етештереү күрһәткестәрен күпкә уҙып китте. Башта алты мең дрон сығарыу планлаштырылған, әммә республика уны 150 процентҡа үтәне.

Тармаҡтың үҫеш динамикаһы тотороҡло ыңғай тенденцияны күрһәтә: 2023 йылда ни бары бер меңдән ашыу БАС етештерелһә, 2024 йылға ҡарата был күләм дүрт тапҡырға – дүрт мең берәмеккә тиклем артты. 2025 йылда был күрһәткес туғыҙ меңгә етте.

2026 йылға төбәк алдына яңы бурыс ҡуйылды – йыллыҡ етештереүҙе 10 мең БАС-ҡа еткереү. Был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа өс алдынғы предприятие ҡатнаша: «Өфө» ғилми-етештереү берекмәһе, «Форпост» һәм «Интеграль роботлаштырылған технологиялар» компаниялары.

Етештерелгән продукцияның нигеҙен осоу массаһы 30 килограмға тиклем булған еңел самолёт һәм мультироторлы типтағы пилотһыҙ авиация системалары тәшкил итә. Бындай дрондар аэрофототөшөрөү һәм экологик мониторинг эшләүе ауыр булған райондарға еңел йөк ташыуға тиклем киң даирәләге бурыстарҙы хәл итеү өсөн ҡулланыла.

Бынан тыш, «Өфө» ғилми-етештереү берекмәһе ауыл хужалығы һәм логистик операциялар, шул иҫәптән уртаса алыҫлыҡҡа йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән ауыр «Өфө-150» пилотһыҙ авиация системаларын сериялы етештереүен үҙләштерҙе.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас