Геройҙар дәүере
14 Апреля , 13:30

“Башҡортостан геройҙары” эшкә урынлаштырыла

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында белдерҙе. 

“Башҡортостан геройҙары” эшкә урынлаштырыла“Башҡортостан геройҙары” эшкә урынлаштырыла
“Башҡортостан геройҙары” эшкә урынлаштырыла

– "Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштыра башлайбыҙ. Программала ҡатнашыусы Мәжит Байдәүләтов өс йылдан ашыу алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә, "Башҡортостан" полкы командиры урынбаҫары була. Мин уны беҙҙең рәттәрҙә күрәм, уның яҡшы белеме, МХО-ла туплаған ҙур тәжрибәһе бар, – тине төбәк Башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан геройҙары" проекты республикала махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн булдырылған һәм "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының дауамы булып тора. Быйыл март айында “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашып, финалға сығыусылар өсөн “Патриот” паркында өсөнсө белем биреү модуле ойошторолдо.

Фото: аҙналыҡ кәңәшмәнең видеотрансляцияһынан скриншот.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас