Геройҙар дәүере
15 Апреля , 16:10

Ғаиләһе уны аңлай һәм көтә

Уның машинаһында антидрон япмаһы бар. Ул ысынлап та ғүмерҙәрҙе ҡотҡара: пилотһыҙ аппараттар техникаға тиклем етмәй.

Ғаиләһе уны аңлай һәм көтәҒаиләһе уны аңлай һәм көтә
Ғаиләһе уны аңлай һәм көтә

Герой яҡташтарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Кесе сержант, Алексей Сухоруков исемендәге реактив артиллерия батареяһында зарядлау ҡоролмаһының өлкән водителе “Сапог” махсус хәрби операция биләмәһендә 2024 йылдан. Ошо ваҡыт эсендә II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы, генерал Шайморатов миҙалы һәм ЛХР-ҙың "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.

Уның машинаһында антидрон япмаһы бар. Ул ысынлап та ғүмерҙәрҙе ҡотҡара: пилотһыҙ аппараттар техникаға тиклем етмәй. Атыу махсус пульт аша башҡарыла. Бер пакетта – 40 заряд. Дошман техникаһын юҡ итеү буйынса һуңғы хәрби заданиела батарея ике тура тейеүгә өлгәшә.

Хәрби техника артында ябай кешеләр тора. Яугирҙәр бик ҡәҙерләп торған батарея командиры, “Сапог”ҡа тыуған Башҡортостанына ялға ҡайтыр өсөн махсус рәүештә өлкән улының туйына тура килтереп көндәр һайлаша. Ә командир үҙе яраланғас, бөтә батарея уның ҡайтыуын көтә һәм көтөп ала.

Өйҙә яугирҙе ҡатыны һәм ғаиләһе көтә. Улар барыһын да аңлап ҡабул итә. Ул үҙе лә ябай ғына итеп: кемгәлер һуғышырға кәрәк, ти һәм Тыуған иле алдында бурысын үтәй.

Фото: "Башҡорт батальоны" каналы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас