Геройҙар дәүере
15 Апреля , 08:00

Хәйбуллалар яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплай

"Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, берҙәмлегегеҙ һәм хәстәрлек — ул беҙҙең егеттәргә көс биргән ышаныслы тыл. Бергә беҙ — көс! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!" — ти федоровкалар.

Хәйбуллалар яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплайХәйбуллалар яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплай
Хәйбуллалар яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплай

Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Хәйбулла районы ла ситтә ҡалмай.

Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, миндек, портатив газ плитәһе, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланыу кәрәк-ярағы, аҙыҡ-түлек, ауҙар, кейем һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында туплана.

Мәҫәлән, Яңы Ергән ауылының ремонттан һуң балҡып торған мәҙәниәт усағы көн дә ҡырмыҫҡа иләүендәй геү килеп тора. Уңғандар ир-егеттәрҙе һәм хәрби техникаларҙы ҡурсалаған маскировка селтәрҙәре үреү менән мәшғүл. Клубҡа инеү менән теген машинкалары текелдәүе лә ишетелә. Бал ҡортондай егәрле ҡатын-ҡыҙҙар изге эшен дауам итәләр. Уларҙың алтын ҡулдарында теген машинкалары йырлап тора, ә күңелдәрендә — яугирҙәр именлегенә изге теләктәр.

Хәйбулла оҫталары теккән дрондан ҡурсалаған япмалар хәрбиҙәргә бик кәрәк, шуға күрә өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ барлыҡ мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, ирекмәндәр клубҡа ашыға һәм теген машинкаһы артына йәнә ултырып, бик ҡатмарлы һәм яуаплы эшкә тотона...

“Беҙ теккән япмалар, үргән маскировка селтәрҙәре яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлаһын, күңелдәрен йылытһын. Теләгебеҙ бер — егеттәр имен-һау еңеү ҡайтһын, илдәр тынысланһын”, — тип теләй яңы ергәндәр.

Шулай уҡ район үҙәгендә  хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн хәйриә йәрминкәһе үткән. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ылау ебәреү алдынан ойошторолған.

Федоровка ауылы клубында ла эш гөрләй: бында ауыл халҡы МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн ит консервалары әҙерләргә йыйылған. Итте фермер Антон Сидельников  биргән, ирекмәндәр 200 банка быҡтырылған ит әҙерләгән.

"Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, берҙәмлегегеҙ һәм хәстәрлек — ул беҙҙең егеттәргә көс биргән ышаныслы тыл. Бергә беҙ — көс! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!" — ти федоровкалар.

Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтле хәйбуллалар. Гуманитар ярҙам яҡташтарына тыуған яҡ сәләмен еткергән, күстәнәстәре көс-дәрт өҫтәгән, техника, башҡа кәрәк-яраҡ хеҙмәттәрендә бик тә ярап ҡала. Яугирҙәр тиҙерәк еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

Сығанаҡ һәм фото: “Хәйбулла хәбәрҙәре”.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Хәйбуллалар яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплай
Хәйбуллалар яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплай
Хәйбуллалар яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплай
Хәйбуллалар яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплай
Автор:Карима Усманова
Читайте нас