

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатованың ике туған ҡустыһы – махсус хәрби операция яугире, капитан Альберт Бикбулатов батырҙарса һәләк булған.
Альберт Әсхәт улы Бикбулатов мотоуҡсылар батальонында миномет батареяһы командиры була, фронтта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары “Батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, Генерал Шайморатов миҙалдары менән билдәләнә.
"Башҡортостан" гәзите коллективы батыр яугирҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләй. Ил һаҡсыһының йәне йәннәттә булһын!
Альберт бик моңло егет була. “Моңо ғына ҡалды күңел түрендә... Ауылымдың батыр, рухлы, көслө, моңло егете, Альберт Бикбулатов, тыныс йоҡла...” – тип яҙҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, яҡташы Эльмира Юлдашева.
“Альберт – радиобыҙҙың һәм төркөмөбөҙҙөң дуҫы Гөлсөм Бикбулатованың туғаны. Гөлсөм кеүек үк бик моңло йырлай ине”, – тип ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе “Журналист-ирекмәндәр” ойошмаһы социаль селтәрҙәге төркөмөндә (https://vk.com/club235828364).
Әйткәндәй, Гөлсөм Бикбулатова – бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барып, яугирҙәр алдында концерт биргән ҡыйыу йөрәкле йырсыбыҙ. 2025 йыл аҙағында ул “МХО-ға булышлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды.
Сығанаҡ: vk.com/gulsumbikbulatova
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!