Геройҙар дәүере
16 Апрель , 04:30

Сослоҡ һәм уйлап эш итеү кәрәк

Башҡортостан яугире дрондар үҙенсәлеге хаҡында һөйләне.

Сослоҡ һәм уйлап эш итеү кәрәкСослоҡ һәм уйлап эш итеү кәрәк
Сослоҡ һәм уйлап эш итеү кәрәк

“Рыжек” поазывнойлы прапорщик ике йылдан ашыу махсус хәрби операция биләмәһендә миномет батареяһы старшинаһы булып хеҙмәт итә.

Ул 2024 йылдың ғинуарында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән.

Бүлексә составында Артемовск, Северск, Клещеевка һәм башҡа йүнәлештәрҙә алыштарҙа ҡатнаша. Әле Константиновка районында хәрби бурысын үтәй.

Яугир әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта күп нәмә тактикаға һәм реакция тиҙлегенә бәйле, бигерәк тә пилотһыҙ аппараттар һөжүм иткәндә. Тимәк, сослоҡ һәм уйлап эш итеү кәрәк.

  – Дөрөҫ йүнәлеш һайлау — уңыш һәм ғүмерҙәрҙе һаҡлау нигеҙе, – тип билдәләй ул.

Хеҙмәт итеү осоронда “Рыжек” өс тапҡыр яраланған, һәр бер осраҡтан һуң дауаланып, сафҡа кире ҡайтҡан. Жуков, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, “Рәсәй гвардияһы” билдәһе һәм “Яраланған өсөн” тәреһе менән бүләкләнгән.

Бөгөн ул хеҙмәтен дауам итә һәм үҙенең тәжрибәһен йәш яугирҙәргә тапшыра.

Әгәр һеҙҙең хеҙмәт тураһында һорауҙарығыҙ булһа, уларҙы 122 телефоны буйынса бирергә мөмкин.

Фото: БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының МАХ төркөмөнән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас