Геройҙар дәүере
16 Апрель , 05:25

Йән һәм йөрәк әлегә унда...

Ярҙам, мөхәббәт, тоғролоҡ һәм минең ҡайтыуымды көтөп тороу, моғайын, өҫтәмә көс биргәндер.

Йән һәм йөрәк әлегә унда...Йән һәм йөрәк әлегә унда...
Йән һәм йөрәк әлегә унда...

Белореттан Рөстәм Бакиров махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк унда барырға теләк белдерә. Документтарын тапшыра, медицина комиссияһын үтә, контрактҡа ҡул ҡуя, әммә һуңғы мәлдә, яҡшы физик әҙерлегенә һәм илде яҡларға ҙур теләге булыуға ҡарамаҫтан, йәшенә һылтанып, баш тарталар (ул 60 йәштән уҙған була). Әммә Тыуған илгә файҙалы булыу һәм уны яҡлаусылар менән иңгә-иң терәшеп тороп Ватанды һаҡлау теләге һүнмәй – МХО биләмәһендә хеҙмәт итергә ул өс йылдан һуң китә.

МХО-ға юлланғанға тиклем Рөстәм Нәзип улы район хакимиәтендә контрактсылар менән эшләй, гуманитар ылау йыйырға һәм алып барыуҙа ярҙам итә.

"Беҙ самолет тибындағы дрондарға ҡаршы көрәштек, уларҙың осоу алыҫлығы мең ярым километрға етә, ә күсереп йөрөтөлгән шартлатҡыстың ауырлығы — 200 килограмға тиклем. Улар тәү сиратта мөһим инфраструктура объекттарына, транспорт узелдарына һәм предприятиеларға йүнәлтелгән, – тип хеҙмәте хаҡында һөйләй Рөстәм Бакиров. — Беҙ башлыса төндә һунар иттек, көндөҙ дошман алыҫ араға осоусы “ҡоштарын” һирәк осорҙо, уларҙы яҡшы күрергә мөмкин ине, ә ҡараңғыла тепловизор ҡулланыуҙан башҡа сара ҡалмай.

Миңә яҡындарымдың һәм туғандарымдың ярҙамы мөһим булды: тормош иптәшем Эльмираның, улдарым Илиан менән Юлиандың. Ярҙам, мөхәббәт, тоғролоҡ һәм минең ҡайтыуымды көтөп тороу, моғайын, өҫтәмә көс биргәндер.

Контрактым тамамланды, әле ғәҙәти тормошҡа яраҡлашам, улдарымды тәрбиәләү менән шөғөлләнәм. Дөрөҫөн генә әйткәндә, йән һәм йөрәк әлегә унда... Бәлки, кире барырмын".

Яугир Белорет ҡалаһы һәм районы халҡының, уҡыу йорттары уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә, предприятиеларға һәм ойошмаларға, ҡала хакимиәтенә һәм “Изгелек йәшәһен” ирекмәндәр төркөмөнә, дөйөм Еңеүгә ҙур өлөш индереп, бөтә фронтҡа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерә.

Фото: Р. Бакировтың ғаилә альбомынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас