Геройҙар дәүере
18 Апрель , 13:15

"Улымдан мәсет ҡалды..."

- Балам миңә көн дә шылтыратыр ине. "Әсәйем" дә "әсәйем" тип кенә торҙо. Гел йылмайып ҡына йөрөгән баламдың һуңғы заданиеға йыйынғанында күҙҙәрендә һағыш булған. Шул көндә бар туғандарына шылтыратып сыҡҡан... - Яугир улы иҫтәлегенә мәсет төҙөткән Рәмзиә апай Ғималетдинованың күңел кисерештәре - яҙмала. 

"Улымдан мәсет ҡалды...""Улымдан мәсет ҡалды..."
"Улымдан мәсет ҡалды..."

“...Андрей Николаевич Касьянов. Тап-таҙа башҡортса һөйләшкән егет. Беҙ уның менән тик үҙебеҙсә – туған телебеҙҙә аралаштыҡ. Һеҙгә, әсәһенә, көн дә шылтыратыр ине. Сәғәттәр буйы һөйләшә торғайнығыҙ бит. Эй яратып, оло хөрмәт, хәстәрлек менән өндәшер ине үҙегеҙгә. “Әсәйем” дә “әсәйем” тип кенә торҙо...”

“Рәхмәт һеҙгә, Рәмзиә апай!”

Улы менән бергә хеҙмәт иткән “Старый” позывнойлы яугирҙең тауышлы яҙмаһын тыңлай ҙа йәшкә мансыла Рәмзиә апай Ғималетдинова. Күңелендәге тәрән яранан да, оло ғорурлыҡ тойғоһонан да һарҡылған күҙ йәштәре улар.

– Махсус хәрби операция башланғандан алып яуҙа булған улығыҙ яраланып госпиталдә ятҡандан һуң беҙҙең бүлексәгә килеп ҡушылды. 2023 йылдың ғинуарынан май айына тиклем бергә булдыҡ, – тип дауам ителә тауышлы яҙмала. – Хеҙмәттәштәрҙең мине йәки башҡа берәүҙе белмәүе ихтимал. Ә һеҙҙең улығыҙҙы – “Воробей”ҙы – батальонда бөтәһе лә таный, хөрмәт итә, дуҫ тип һанай ине. Үҙе бит һәр кемгә ярҙамға әҙер булды – ул-был мәшәҡәттәрен ташлай ҙа йүгерә... 22 марттағы шау-шыу әлегеләй хәтеремдә. “Бөгөн беҙҙең “Воробей”ҙың тыуған көнө!” – тип гөрләп торғайны батальоныбыҙ. Һәр береһе ҡотлай. 23 йәше тулған дуҫыбыҙ бындай оло иғтибарҙан уңайһыҙланып та ҡалғайны.

“Воробей” иң ауыр заданиеларҙы еңел генә кеүек үтәр ине. Техниканы яҡшы белде. Уға башҡаларҙы ла ихлас өйрәтә торғайны.

Ҡурҡыу белмәне. Иҫән булһа, тағы әллә күпме батырлыҡтар ҡылыр ине әле. Ҡупшы кейенде. Форма ныҡ килешә ине үҙенә. Ҡып итеп торған ысын хәрби булды.

“Һуғыштан һуң нимә менән шөғөлләнергә уйлайһың?” – тип һорағайным бер мәл. Улығыҙ һеҙ ебәргән видеояҙмаларҙы асып күрһәтеп, бөтә донъяһын онотҡандай, мөкиббән китеп һөйләргә тотонғайны: “Бына, ҡара әле, атай-әсәйем миңә “Белорус” тракторы һатып алғайны. Күрәһеңме, арбаһы, һабаны, сәскесе... Беҙҙә ер шәп, үҙ эшем менән буласаҡмын...”

Улығыҙ һәр ваҡыт йылмайып, көлөп, күңел йылыһы өләшеп йәшәне. Кәйефе гелән көр булды. Ә һуңғы заданиеға йыйынғанында күҙҙәрендә һағыш ине...

Көслө, данлы дуҫыбыҙ беҙҙең... Шундай ул үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Рәмзиә апай!”

Тәбиғәт тә туҡтауһыҙ иланы...

2023 йылда улын мәңгелеккә юғалтҡан Рәмзиә апай яугирҙәрҙән шундай рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, күңеленә йыуаныс алып йәшәй. “Башҡа яугирҙәр имен-аман ғына булһын, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын инде”, – тип көн дә теләп, изге доғаларын уҡып ғүмер итә.

Ул үҙе – Иглин районының Ҡарамалы ауылы ҡыҙы. 1993 йылдан Ҡырмыҫҡалыла йәшәй. “Иҫке Бәпес – ғүмерлек төйәгем инде”, – ти ауылына оло һөйөү менән. Үкенескә күрә, ире Николай мәрхүм булып ҡалған.

– Тормош иптәшем, дүрт баламдың өсәүһе ер ҡуйынында... – ти Рәмзиә Фәйзи ҡыҙы. – Әле сирләп торған һеңлемде ҡарап Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә йәшәйем. Иҫке Бәпестәге донъяма йыш ҡайтып торам. Ҡош-ҡорт аҫрайым. Илнур улым, киленем һәр саҡ ярҙам итеп торалар, рәхмәт яуғырҙары.

Улым Андрейҙың башҡортса исеме Абдулла ине. Һәр ауыл малайы кеүек, етеҙ, тырыш булып үҫте. Спортты ныҡ яратты. Дүрт-биш йәшенән үк “мускулдарымды нығытам” тип күнекмәләр яһар ине. Мунсала йыуындырғанда хәлде ала торғайны: башын һыулы тасҡа тыға ла йөҙгә тиклем һанарға ҡуша. Бер тапҡыр ғына ла түгел бит әле. Унан эҫе парҙа сабындыраһың. Эй, бәләкәйҙән шулай мунсаны яратты инде...

Сабый ғына сағынан ярҙамсыл булды. Юлда осраған бер өлкән кешенең әйберҙәрен күтәрешеп өйөнә ҡәҙәр алып барыр ине. Бергәләп көтөү көттөк, сабынлыҡҡа йәйәү йөрөп бесән эшләнек. Бәләкәй генә көйө ағайҙары менән ярышып саба, йыя, күбәләй торғайны.

Бер хәл һаман әлегеләй иҫемдә. Интернат урамында тәрәнлеге ике метр ярымлыҡ баҙ була торғайны. Илвир ағаһы менән шунда уйнағандар. Андрей соҡорға йығылып төшкән. Ағаһы был турала ҡайтып әйтеү менән йүгереп барҙыҡ. Ҡараһаҡ, шунда ятҡан таҡтаны йәйгән дә, уйынсыҡ машинаһы менән шау-гөр килеп уйнап ултыра. Бөтөнләй ҡурҡмаған. Эй, сабый ғына сағынан шулай булды инде... Быҙауҙарҙы ҡотҡарам тип боҙло һыуға һикергән, Илвир ағаһын яҡлашып һуғышҡан мәлдәре лә гел иҫтә. “Мин ҙурайғас, утын, бесән тип этләнмәҫһең, әсәй. “КамАЗ” һатып алып, барыһын да күп итеп ташып ҡуйырмын. Илнур ағайым һымаҡ гел ярҙамлашып торормон”, – тип күңелемде күрер ине балаҡайым.

Махсус хәрби операцияға тәүгеләрҙән булып китте. Көн дә оҙон-оҙаҡ һөйләшер инек. Һәләк булған иптәштәре өсөн ныҡ ҡайғырҙы, илап та ебәрә торғайны. 2023 йылдың 23 июнендә һуңғы тапҡыр һөйләшкәнбеҙ... Шул көндә бөтә туғандарына ла шылтыратып сыҡҡан балағынам...

Һәләк булғаны хаҡында хәбәр килгәс, тәбиғәт тә туҡтауһыҙ иланы – аҙна буйы ямғыр тыммай яуҙы. Кәүҙәһен алып ҡайтҡанда ел-дауыл ҡупты...

“Абдулла”нан һөйөнөп ҡайттым

– Улымды бөтә ерҙә хөрмәт менән иҫкә алып торалар. Яҡташтары электән ихтирам итә ине шул үҙен, – тип дауам итте Рәмзиә апай. – Район, ауыл хакимиәттәренә рәхмәт: мине бер саранан да, байрамдан да ситтә ҡалдырмайҙар. Гел шылтыратып, хәлемде белешеп торалар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалы менән дә бүләкләне.

Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллинға айырым рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Ул гел хәстәрләй, ҡыш ҡарҙы көрәттереп, йортҡа юлды таҙарттырып тора. Тап уға мөрәжәғәт итеп, үҙебеҙҙең хакимиәткә ҡараған Ҡарлыманбаш ауылында улым иҫтәлегенә “Абдулла” мәсетен төҙөттөм. Мин аҡса бирҙем, ә бөтә эште Азамат Муса улы ойоштороп, бер йыл эсендә күркәм иман йорто һалдыртып та ҡуйҙы. Быйылғы Ураҙа байрамында унда барып, эй һөйөнөп ҡайттым: шул ҡәҙәр яҡшы эш алып барыла “Абдулла”ла. Ғәйеттә халыҡ шығырым тулы булды. Мәсеттең эсе лә, тышы ла ҡараулы, тәрбиәләп кенә торалар, әл-хәмдү лил-ләһ.

“Илем өсөн изге яуҙа

Башым һалдым.

Халҡым өсөн ошо ерҙә

Мәсет ҡалды”, – тигән шиғыр юлдары яҙылған мәсеткә ингән урында. Эйе, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә гел тәү сиратта башҡаларҙы уйлап йәшәгән улым үҙ артынан иман йорто ҡалдырҙы. Иншаллаһ, яҡташтарыбыҙҙы хаҡ юлға баҫтырыуға, Аллаһҡа яҡынайтыуға, йәш быуынды әҙәпле, әхлаҡлы, бер-береһенә ҡарата ихтирамлы итеп үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер “Абдулла”.

Рәмзиә Ғималетдинова былтыр хаж сәфәренә лә барып ҡайтҡан. “Фани донъяла барыһы ла Аллаһ Тәғәләнең ихтыярында. Һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, сабырлыҡ менән йәшәргә яҙһын һәммәбеҙгә лә”, – ти ул. Рәмзиә апай махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу эшендә ихлас ҡатнаша. Донъялар тиҙерәк тынысланһын, ир-егеттәребеҙ тыуған еренә имен-аман ғына әйләнеп ҡайһын, тип Аллаһтан көн дә һорай яугир әсәһе.

...Бына М. Шайморатов исемендәге батальон яугире Андрей Касьяновтың миҙалдары, Шайморатов, Батырлыҡ ордендары. Фотоһүрәттәрҙән йәш ҡаһарман шат йылмайып баға. Гүйә, “Бирешмә, әсәй! Барыһы ла яҡшы буласаҡ” тигәндәй...

Фотоларҙа: 1. Яугир әсәһе Рәмзиә Ғималетдинова. 2. Андрей Касьяновтың ордендары. 3. “Абдулла” мәсете (фото шәхси архивтан).

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ҡырмыҫҡалы районы.

"Улымдан мәсет ҡалды..."
"Улымдан мәсет ҡалды..."
"Улымдан мәсет ҡалды..."
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас