

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы финалисы Василий Власов Межгорье ябыҡ административ-территориаль берләшмәһенең мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Подполковник Василий Павлович Власов – офицер Ул маршал К.К. Рокоссовский исемендәге Алыҫ Көнсығыш юғары хәрби команда училищеһын тамамлаған.
Уның хәрби юлы 2009 йылда башлана. 2022 – 2024 йылдарҙа Василий Павлович махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Уның төп бурысы частарҙы оператив рәүештә шәхси состав менән комплектлау була, йәғни подразделениеларҙы ваҡытында хәрби көс менән тулыландырылыу өсөн яуап бирә. Был эше өсөн ул Суворов һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнә.
Ғүмер буйы Ватаныбыҙҙы яҡларға әҙер булған кешеләрҙе беренсе урынға ҡуйған офицер хәҙер үҙ тәжрибәһен йәш быуын менән уртаҡлашасаҡ.
Сығанаҡ: Межгорье ябыҡ административ-территориаль берләшмәһе.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!