Геройҙар дәүере
20 Апреля , 11:00

Геймер БПЛА операторы булырға теләй

Үҙен хәрби өлкәгә бағышларға тип күптән үк ныҡлы хәл иткән ул

Геймер БПЛА операторы булырға теләйГеймер БПЛА операторы булырға теләй
Геймер БПЛА операторы булырға теләй

Белорет ҡалаһында йәшәгән Фәрүх исемле егет РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә хәл итеп, БПЛА операторы булырға теләк белдереп яҙылған.

“Башинформ” агентлығы хәбәрсеһенә биргән интервьюһында егет үҙенең өлкән бер туғанының инде 20 йыл Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә офицер булып хеҙмәт иткәнен һәм уның үҙе өсөн өлгө булып торғанын һөйләгән. Фәрүх үҙен хәрби өлкәгә бағышларға тип күптән үк ныҡлы хәл иткән.

Был ҡарарына ғаиләлә бирелгән тәрбиә, илһөйәрлек тойғоһонан тыш, үҙенең мауығыуы ла хәл иткес йоғонто яһаған. Егет телевизорҙан йыш ҡына дрон йөрөтөүселәрҙең эшен ҡараған һәм уларҙың ҡыйыулығына һоҡланған. Хәрби хеҙмәт һәм компьютер уйындары араһындағы оҡшашлыҡты билдәләп, техникаға идара итә алырына ул тәрән ышана.

“Яугирҙәр дронға пульт менән идара итә. Был бик нескә эш. Сағыштырыу урынлы булырмы-юҡмы, шулай ҙа уларҙың эшен үҙем уйнаған компьютер уйындары менән сағыштырам. Бындай уйындарҙың бөтә турҙарын уңышлы үтә алам, шуға күрә, джойстик менән дә эшләй алырмын, тип уйлайым. Өҫтәүенә, геймерҙар МХО биләмәһендә ныҡ кәрәк тип уҡығайным, – ти буласаҡ оператор.

Егет үҙенә “Каспер” тигән позывной ҙа һайлаған. Уның һүҙҙәренсә, был ҡушамат етеҙ һәм һөҙөмтәле булырға ынтылышты сағылдыра.

“Каспер”ҙың әсәһе өсөн улының ҡарары көтөлмәгәнерәк булһа ла, уның барыбер кире уйламаҫын аңлап, риза булырға тура килгән.

Мәғлүмәт, фото: “Башинформ”.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас