Геройҙар дәүере
20 Апрель , 15:15

Ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған

Бәхетле булыуҙарын, яугирҙең еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ!

Ялға ҡайтҡан яугир кәләш алғанЯлға ҡайтҡан яугир кәләш алған
Ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған

Шаран районында "Дәүләт" позывнойлы махсус хәрби яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында һөйгән ҡыҙы Ангелинаға өйләнгән. Улар Шаран ауылы ЗАГС-ында никахтарын рәсми теркәгән. Был хаҡта "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы хәбәр итә.

Йәштәр ике йыл осрашып йөрөгән. Иҫке Томбағош ауылынан "Дәүләт" 2023 йылдан алып махсус хәрби биләмәһендә хеҙмәт итә.

Ғаилә башлығы тиҙерәк тыуған яғына еңеү менән ҡайтһын, кәләше менән тыныс тормошта бәхетле ғүмер кисерһен!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Карима Усманова
Читайте нас