

Республиканың барлыҡ төбәктәрендәге кеүек, Илеш районы халҡы ла махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙәргә ярҙам итеү эшенә дәррәү ҡушыла. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡҡа ауыр саҡта тупланыу, бер-береңә иңеңде ҡуйыу кеүек һәйбәт сифаттар хас. Илештә лә оло йөрәкле, миһырбанлы, дөйөм эшкә, был осраҡта барыбыҙ ҙа көткән еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә атлығып торған кешеләр йәшәй. Хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса район штабы етәксеһе Илдар ХӨСНУЛЛИН да яҡташтары менән берлектә башҡарылған эштәр хаҡында ғорурланып та, һоҡланып та һөйләне.
– Илдар Йәүҙәт улы, һеҙҙең районда яугирҙәргә гуманитар ярҙам ойоштороу нисек башланып китте?
– 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, отставкалағы офицерҙар, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветерандар йыйылыштыҡ та “Фронтҡа ярҙам итеү йәһәтенән беҙ нимә эшләй алабыҙ?” тип кәңәшләштек. Шулай итеп, ошо штаб барлыҡҡа килде. Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин МХО-ның беренсе көнөнән яҡташ егеттәрҙе бар йәһәттән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы һәм был һорау һәр саҡ иң көнүҙәктәрҙең береһе булып ҡала.
Штаб башта “Ғаилә” үҙәгенең бер мөйөшөндә урынлаштыҡ. Уның етәксеһе Татьяна Владимировна Васильеваға ҙур рәхмәт. Тәүге осорҙа, эште яйға һалып алғансы, ауыр ғына булды. Иртә менән килеп, киске сәғәт туғыҙ-унда ҡайтҡан саҡтар ҙа бар ине. Ирекмәндәр менән махсус хәрби операцияға юлланған егеттәргә кәрәкле әйберҙәр туплайбыҙ, кемгә ниндәй өҫ, аяҡ кейеме кәрәк булыуын белешәбеҙ. Пензала, Һамарҙа һәм башҡа урындарҙа әҙерлек үткән яҡташ егеттәр янына гуманитар ярҙамдар ойошторҙоҡ.
Артабан эште дөрөҫ ойоштороу өсөн, яугирҙәргә нимә кәрәк икәнен белешеп, халыҡҡа мөрәжәғәт иттек. Шәхсән үҙем урындағы гәзит, телевидение аша, шулай уҡ йыйылыштарҙа сығыш яһаным. Шулай итеп, халыҡ районда штаб эшләүен, фронтҡа нисек ярҙам итеп булыуын белде һәм беҙгә килә башланы. Изге эшкә төбәгебеҙҙең предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙары ла дәррәү ҡушылды. Тәүге осорҙа кер йыуыу машиналары, башҡа төрлө техника, йөк-йөк ағас материалдар, өс мунса оҙаттыҡ.
Әлеге көндә штаб Үрге Йәркәй ауыл хакимиәте бинаһында бер бүлмәне биләй. Халыҡ ағымы өҙөлмәй. Хәҙер, ғөмүмән, яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыу ауыр түгел. Ауыл биләмәһе башлыҡтары ныҡ ярҙам итә. Ҡайһы берҙәренә бер шылтыратыу ҙа етә, шул тиклем ихлас, эскерһеҙ ярҙам итергә атлығып торған хакимиәт башлыҡтары бар. Кемеһендер айырып әйтһәм, йә икенсеһе үпкәләр, шуға күрә барыһына ла рәхмәт белдерәм.
Районыбыҙҙың халҡы шул тиклем берҙәм, хатта күрше-тирә төбәктәрҙә ошондай уҡ эште алып барыусылар беҙгә аҡ көнләшеү менән ҡарай. Ауыл халҡы тәүге көндәрҙән тиерлек яугирҙәргә нимәләр кәрәк – шуларҙы булдырыу эшенә дәррәү ҡушылды. Ҡоро душтар, блиндаж шәмдәре, маскировка селтәрҙәре һәм башҡаларҙың барыһын да эшләйҙәр. Был йәһәттән Ҡужбахты менән Ишҡар ауыл биләмәләренә ҡараған халыҡҡа айырым рәхмәт белдергем килә.
– Штабҡа халыҡ ағымы өҙөлмәй, тинегеҙ. Ә нимәләр алып киләләр?
– Нимә кәрәк тибеҙ, барыһын да килтерәләр. Мин был эштә күңел тулыуҙан илаҡҡа әйләнеп бөттөм. Мәҫәлән, оло ғына йәштәге бер апай килеп инде. Унан алда ғына Ишҡар ауылы ирекмәндәре үҙҙәре туплаған гуманитар ярҙамлы ҡалдырып киткәйне. Ҡулында муҡсаһы бар. “Ҡайҙан килдегеҙ?” – тип һорайым. “Ишҡарҙан”, – ти. “Бәй, улар әле генә әйберҙәрен килтерҙе бит”, тиеүемә: “Һуңланым шул”, – тип яуапланы. Муҡсаһында үҙе бәйләгән ике пар ойоҡбаш һәм тағы нимәлер бар ине. Бына шуларҙы тапшырыу өсөн юлға сығып, үткенсе машиналарҙа килеп еткән. Ирекһеҙҙән күҙҙән йәштәр килеп сыҡты... Бына бит ул халыҡтың эскерһеҙлеге, изге күңеллелеге!
Мәктәп уҡыусылары йыш килә. Ваҡ-төйәккә тип йыйған аҡсаһына яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр һатып алған балалар бар. 1-се гимназиянан Булат исемле малай биш мең һум аҡсаһын тотоп килеп инде. Уйын приставкаһы һатып алырға тип йыйған булған. Бына шундай күренештәрҙе күреп, нисек күңел тулмаһын инде!
Предприятиелар, ауыл хакимиәттәре, хужалыҡ етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар, бюджет хеҙмәткәрҙәре, ябай халыҡ, алда әйткәнемсә, хатта балаларға тиклем ярҙам итергә тырышып тора.
– Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ярҙамдың ниндәй төрҙәренә иғтибар йүнәлтәһегеҙ?
– Һәр йәһәттән ярҙам итәбеҙ, әйткәнемсә, егеттәр нимәгә мохтаж – шул эшкә тотонабыҙ. Шәхсән үҙем йыйылған гуманитар ярҙамды тапшырыу өсөн Донбасс еренә ете тапҡыр барып ҡайттым. Яҡташ яугирҙәр хеҙмәт иткән йүнәлештәрҙең барыһы менән дә бәйләнеш өҙөлмәй. Бынан тыш, Красный Лучтағы госпиталгә лә ярҙам ойошторабыҙ: инвалид коляскалары, түшәк кәрәк-ярағы, матрастар илттек.
Илеш районының бөтә тегеүселәре МХО-ның тәүге көндәренән еңеү өсөн тип эшләй башланы. Яугирҙәргә махсус кейемдәрҙе, мәҫәлән, хәрбиҙәр телендә “разгрузка” тип аталған жилетты күп тектеләр. Ул әле лә егеттәр араһында ҙур һорау менән файҙалана. Илеш тегенселәре ебәргән жилеттарҙы хәрбиҙәр ныҡ маҡтай, еңел, уңайлы, сифатлы тиҙәр.
Әлфинә исемле ирекмән интернеттан ҡарап өйрәнеп, ныҡлы таҫмаларҙан носилкалар тегеүҙе яйға һалды. Артабан оҫталыҡ дәресе үткәреп, ауылдарҙағы бихисап ҡатын-ҡыҙҙы ошондай ҡулайлама эшләргә өйрәтте. Бик уңайлы әйбер – еңел, күп урынды алмай. Бөгөнгәсә 70-тән артыҡ ошо ҡулайламаны тегеп оҙаттыҡ.
Мейестәрҙе байтаҡ ебәрҙек. Хәҙер уларҙың ябайлаштырылған төрөн, хатта ҡул менән күтәреп алып йөрөтмәле еңел вариантын эшләүҙе үҙләштерҙек. Шунан бер мәл тактик эвакуация арбаһы (ТЭТ) тигән әйбер эшләргә тотондоҡ. Райондағы ауыл хужалыҡтары етәкселәренә мөрәжәғәт иткәйнем, финанс йәһәтенән дәррәү ярҙам иттеләр. Сметаһын эшләп, материал һатып алғас, үҙебеҙҙәге Башҡортостан аграр-технология колледжында уҡыған студенттар ошондай арбалар эшләне. Гуманитар ылауҙы оҙатып барғанда уларҙы яҡташ яугирҙәргә шәхсән тапшырҙым. Был эвакуация арбалары күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, башҡа тарафтарҙан килеүселәр нисек эшләнгәнен өйрәнде, фотоға, видеоға төшөрөп алды. Ҡулайламаның өҫтөнлөгө шунда: уны йыйып, бәләкәсәйтергә мөмкин, һуғыш шарттарында ятып шыуышҡан хәлдә лә йөрөтөп була, йәғни яу яланынан яралыларҙы сығарыу өсөн бик уңайлы.
Махсус хәрби операция башланғандан алып Илеш районы 37 гуманитар ылау ебәрҙе. Әлеге ваҡытта 38-се йөк тупланып бөттө. Бынан тыш, 46 автомобиль оҙаттыҡ, тағы өсәүҙе ошо арала ебәреү өсөн әҙерләгәнбеҙ. Барлыҡ йыйылған ярҙам 180 тоннанан ашыу тәшкил итте. Әйткәнемсә, яуҙағы егеттәр менән даими бәйләнештә эшләйбеҙ, төбәп барған урында 10-12 яу йүнәлешенән килгән яуаплы кешеләр, йәғни үҙебеҙҙең яугирҙәр көтөп тора. Барлыҡ ярҙамды алдан әҙерләнгән исемлеккә ярашлы ҡулдан-ҡулға тапшырабыҙ, бер пар ойоҡбаш та юғалмай.
Бына шулай, Илеш халҡы ауыр саҡта берләшеп, барыбыҙ ҙа көткән еңеү хаҡына ал-ял белмәй эшләй, берҙәмлек һәм тырышлыҡ өлгөһө күрһәтә. Бының өсөн яҡташтарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
– Яуаплы ла, сауаплы ла эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, Илдар Йәүҙәт улы! Барлыҡ яугирҙәргә, шул иҫәптән Илеш егеттәренә лә, тиҙерәк еңеү яулап, тыуған еренә, яҡын кешеләре янына ҡайтырға насип булһын!
Фотолар: Илеш районының гуманитар ярҙам күрһәтеү штабынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!