

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республика гуманитар конвойынан тыш, махсус хәрби операция биләмәһенә ҡалалар һәм райондар хакимиәт башлыҡтары йыш бара – посылкалар һәм тылдағыларҙан ярҙам алып баралар, яҡташтарыбыҙҙы барып күрәләр.
Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников 2023 йылдың майынан был вазифала эшләй. Ошо ваҡыт арауығында ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам алып барған.
– Яугирҙәр эштәрҙең нисек тороуы тураһында хәбәр итте, үҙҙәренең көнкүреш шарттарын күрһәтте. Егеттәр нисек дошмандарға күҙәтеү алып барылыуы, беҙ биргән техника менән уларға ҡаршы тороуы тураһында һөйләне. Тағы нимә кәрәклеге, ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуҙары тураһында һораштым. Бындай сәфәрҙәр ысын хәлде аңлау өсөн кәрәк, – тине Николай Ельников.
Тағы шуны билдәләргә кәрәк, республикалағы ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән даими осраша. Улар менән аралашып, гуманитар ылау составында махсус хәрби операция биләмәһенә нимә ебәрергә кәрәклеге тураһында һөйләшәләр.
Өфө районы фронттың алғы һыҙығындағыларға ла, бындағыларға ла даими ярҙам итә. Гуманитар ярҙам туплау туҡтамай. Башҡортостанда йәшәүселәр, төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар кәрәкле әйберҙәрҙе туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Яугирҙәрҙең яҡындары, туғандары исемләп посылка килтерә, ә балалар үҙҙәре төшөргән һүрәттәрҙе һалып ебәрә. Республикала йәшәүселәр тарафынан ебәрелгән һәр әйбер мөһим. Өҫтәүенә уларҙың барыһына ла күңел һалынған, изге теләктәр юллап һалынған.
Район халҡы яугирҙәргә автомобилдәр, генераторҙар, иретеп-йәбештереү аппараттары, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, миндектәр, шәхси гигиена, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, кейемдәр һәм башҡа әйберҙәрҙе даими туплап ебәрә. Ә гуманитар ылауҙы, ғәҙәттә, район хакимиәте башлығы Николай Ельников оҙатып бара.
Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ республика халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтле һәр кем. Гуманитар ярҙам яҡташтарыбыҙға тыуған яҡ сәләмен еткерә, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәй, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә кәрәк. Яугирҙәребеҙҙең тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!
Сығанаҡ, фото: Өфө районы хакимиәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!