

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы: “Аҙна һайын оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция биләмәһендә рух ныҡлығы һәм ысын илһөйәрлек күрһәткән яҡташтарыбыҙға юғары наградалар тапшырабыҙ.
Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Эмиль Илшат улы Ибраһимовҡа “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалын тапшырҙым. Был дәүләт наградаһы уға Рәсәй Президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә шәхси ҡаһарманлығы һәм ҡыйыулығы өсөн бирелгән”.
Стәрлетамаҡтар үҙҙәренең геройҙары менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана һәм үҙҙәре лә яҡташтарына даими гуманитар ярҙам йыйып оҙата.
Сығанаҡ, фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!