

“Өфө ҡалаһында уҙған тантанала илдең оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО ветерандарына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең мөһимлеген, республика етәкселеге ярҙамдан өҙмәйәсәген әйтеп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе”, - ти машинаһын Өфө ҡалаһынан алып ҡайтҡан яугир шатлығы менән уртаҡлашып.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың майында контракт буйынса хеҙмәткә юлланған Илшат Салауат улы ҡаты яралана. Яуҙағы ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнә.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары Альбина Арыҫланова, Ләйсән Мәхмүтова әйтеүенсә, ҡала-районда йәшәгән ветерандарҙың өйҙәре махсус яраҡлаштырылған, ҡышын ҡарлы урамда йөрөй алған кресло-коляска, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажер, бионик протездар тапшырылған.
«Үҙенә ышанысы артты, ғаилә башлығы булараҡ килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ауылға машина менән ҡайтып йөрөйбөҙ. Индира, Илүзә ҡыҙҙарыбыҙ йоҡонан уянғас та, машина менән сығып китмәнеме тип, уның янына йүгерә», - ти ҡатыны Айһылыу.
Ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәгән, сыҙамлыҡ һәм тормош һөйөү өлгөһө булған МХО ветераны Илшат Әлимғужиндың тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәреү ҡыуанысы менән уртаҡлашып, беҙ ҙә уның изге маҡсаттары тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.